Кисә Өфөлә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсы үтте

Кисә Өфөлә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсы үтте https://bash.news/news/114669_kis_fl_ural_batyr_eposyn_yattan_jlselre_xalyara_konkursy_tte/?lang=bash
25 ғин 2020, 03:01

Милли мираҫты данлап. Быйыл ул унынсы тапҡыр ойошторолдо. Эпосты яттан ү һөйләүселәр араһында республика район-ҡалалары мәктәптәренән тыш, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа булды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡобайырҙың меңдәрсә юлын яттан белеү бер, ә киң тамашасыға еткереү икенсе һәләт. Район кимәленән, халыҡ-ара конкурсҡа етеүселәр быны яҡшы белә. Шуға ла жюри алдында сығыш яһау уҡыусыларға бер ни торманы.

Өҫтәүенә, «Урал батыр» эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны. Йылдағыса сара төрлө секцияларҙа эшләне. Шулай уҡ, һәр кем милли кейемдәрҙә килергә тырышҡан. Ҡайһы берҙәре, кастюмды конкурсҡа махсус тектергән. Тулҡынланыу ҙа булманы тип әйтеп булмай.

Конкурстан Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың үҙ теләктәре, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары бар.

Конкурс сиктәрендә эшләгән һәр секцияла ла сығыш яһаусыларҙы тел белгестәре тыңланы. Улар «Урал батыр» эпосының дөрөҫ яңғырауына иғтибар итте. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Ҡобайыр ниндәй генә телдә яңғырмаһын ул төп нөсхәһенән айырылырға тейеш түгел. Тәү сиратта исемдәргә бәйле. Конкурсҡа әҙерләнеп килгән уҡытыусылар бер ҡалыпҡа һалынған конкурсҡа үҙгәрештәр индереү яҡлы.

Шуға ла, конкурс программаға ярашлы ойошторолдо ла бөттө тип ҡарарға кәрәкмәй тигән фекерҙә ҡатнашыусылар. Ә ниндәйҙер яңылыҡ индереү ҙә талап итә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Кисә Өфөлә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең Халыҡ-ара конкурсы үтте

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет