Башҡортостанда власть органдары тарафынан монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтары 82 процентҡа кәмегән

Башҡортостанда власть органдары тарафынан монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтары 82 процентҡа кәмегән https://bash.news/news/114671_bashortostanda_vlast_organdary_tarafynan_monopoliyaa_arshy_anunitte_boou_osratary_82_procenta_kmegn/?lang=bash
25 ғин 2020, 10:26

Был турала республика башлығы менән Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев белдерҙе. Ведомство етәксеһе менән Радий Хәбиров көнәркәшлекте үҫтереү буйынса милли план үтәлешен тикшерҙе.

Игорь Артемьев әйтеүенсә, Башҡортостан Монополияға ҡаршы көйләү өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Һатып алыуҙарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттарының өлөшө 32 процентҡа еткән. Шул уҡ ваҡытта бигерәк тә тарифтар билдәләү өлкәһендә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт кимәлендә хәл ителәсәк мәсьәләләр байтаҡ.

Бөгөн шулай уҡ Башҡортостан менән Рәсәй регби федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Игорь Артемьев был спорт төрө федерацияһының юғары советы рәйесе булып тора. Яңы документ республикала регбины үҫтереү һәм таратыу, балалар һәм үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү шулай уҡ тейешле инфраструктураны булдырыу маҡсатын ҡуя.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостанда власть органдары тарафынан монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтары 82 процентҡа кәмегән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет