Бөгөн Хөкүмәт йортонда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса кәңәшмә үтте

Бөгөн Хөкүмәт йортонда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса кәңәшмә үтте https://bash.news/news/114672_bgn_xkmt_jortonda_aty_knkresh_aldytaryn_syaryu_bujynsa_kshm_tte/?lang=bash
25 ғин 2020, 10:28

Селектор кәңәшмәлә был тармаҡтағы проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Ғинуарҙа ҡайһы бер район ауылдарында ғинуар уртаһы еткәнсе сүп сығарылмаған. Быны техниканың боҙолоуы менән аңлаталар. Шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеүгә килешеү төҙөлмәһә лә, квитанциялар килгән осраҡтар бар. Халыҡ сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауы, контейнер майҙансыҡтарына юлдың бикле булыуы, ҡайҙа теләй, шунда сүплек ойоштороу кеүек күренештәргә зарлана.

Нияз Фазылов, Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары: “1 мартҡа тиклем контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыу дауам итә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы контролгә алыуҙа автоматлаштырылған система буласаҡ”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Хөкүмәт йортонда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса кәңәшмә үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет