Өфөлә бөтөнләй таныҡлығы булмаған водитель ҡулға алынды

Өфөлә бөтөнләй таныҡлығы булмаған водитель ҡулға алынды https://bash.news/news/114696_fl_btnlj_tanylyy_bulmaan_voditel_ula_alyndy/?lang=bash
25 ғин 2020, 21:57

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артында үҙен сәйер тотҡан йәш кешегә иғтибар итә. Николай Дмитриев урамында улар машинаны туҡтатыуға өлгәшә.

Документтарҙы тикшерә башлағас егеттең быға тиклем бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмауын, автомәктәптә уҡымауын һәм имтихан тапшырмауын асыҡлай. Водитель булып өлгөрмәгән йәш кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Хәҙер уға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф янай. Ул йөрөткән автомашина махсус туҡталҡаға оҙатылған.

Өфөлә бөтөнләй таныҡлығы булмаған водитель ҡулға алынды

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет