Сибайҙа виртуаль концерт залы барлыҡҡа килә

Сибайҙа виртуаль концерт залы барлыҡҡа килә https://bash.news/news/114791_sibaja_virtual_koncert_zaly_barlya_kil/?lang=bash
27 ғин 2020, 19:20

Ул "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы булдырыла. Виртуаль концерт залы булдырыу өсөн проектор, экран, ноутбук, акустика системаһы, сәхнә конструкциялары, монтаж һәм башҡа материалдар алына. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ошондай алты виртуаль концерт залы барлыҡҡа киләсәк.

Сибайҙа виртуаль концерт залы барлыҡҡа килә
Сибайҙа виртуаль концерт залы барлыҡҡа килә

Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурста уңышлы ҡатнашҡандарға аҡса бүленә. Был сумма объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыуға, техник һәм технологик ҡорамалдар алыуға тотонола. Былар иһә учреждениела даими трансляция ойошторорға булышлыҡ итә.

#нацпроекты #Миллипроект

Юлдаш
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет