1 июлдән электрон иҫәпләшеү ҡоролмаһы булмаған автобус водителдәренә штраф һалынасаҡ

1 июлдән электрон иҫәпләшеү ҡоролмаһы булмаған автобус водителдәренә штраф һалынасаҡ https://bash.news/news/114803_1_iyuldn_elektron_iplshe_orolmay_bulmaan_avtobus_voditeldren_shtraf_alynasa/?lang=bash
27 ғин 2020, 21:00

Әле контроль-иҫәп кассаһын ҡулланыу тураһында закон бар, Әммә уның булмауы өсөн штраф ҡаралмаған. Электрон касса менән тик дәүләт предприятиеһы ғына ҡуллана. Шәхси транспорт компаниялары ҡануниәтте иңҡар итә. Әле быға күҙ йомоп ҡарайбыҙ, ләкин 1 июлдән алып талаптар ҡәтғиләшә , тине республика башлығы оператив кәңәшмәлә.

Республикала кеше ташыу менән 73 транспорт компанияһы шөғөлләнә. Шул иҫәптән егерме өсө муниципаль-ара рейстарҙа йөрөй. Тағы 62-һе район эсендә. Ҡалған компаниялар баш ҡала халҡын хеҙмәтләндерә. Транспорт йүнәлештәре күп булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр бик күп. Был иһә маршруттарҙың уйланылмауы, иҫәпләшеү эшенең камил булмауына бәйле. Әле республикала махсус комиссия төҙөлөп йәмәғәт транспорты хәрәкәтен системаға һалыу буйынса эш башланған. Радий Хәбиров дөйөм ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәргә яза ҡаты буласағын белдерҙе.

Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләүҙәр менән килеп тыуған мәсьәләне лә аңлатырға ҡушты. Ресурстарҙы ҡулланыу ваҡытында ғына түләй башлау менән байтаҡ күп фатирлы йорттарға ҙур суммала квитанциялар килде. Ике аҙна дауамында махсус комиссия был йорттарҙа тикшереү үткәрҙе. Һөҙөмтәлә йылылыҡ иҫәпләү ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө йәки уларҙың бөтөнләй булмауы, идарасы компанияларҙың дөрөҫ мәғлүмәт бирмәүе һәм башҡа етешһеҙлектәр асыҡланған. Хәҙер счетчиктар күрһәткестәре менән һәр квитанцияны сағыштырыу бурысы ҡуйыла. Был бик ҡатмарлы эш һәм уға өс ай тирәһе ваҡыт талап ителә.

Автор: Айнур Кәбиров.

1 июлдән электрон иҫәпләшеү ҡоролмаһы булмаған автобус водителдәренә штраф һалынасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову