Илеш районында заманса технология буйынса төҙөлгән малсылыҡ фермаһы сафҡа инде

Илеш районында заманса технология буйынса төҙөлгән малсылыҡ фермаһы сафҡа инде https://bash.news/news/114807_ilesh_rajonynda_zamansa_texnologiya_bujynsa_tlgn_malsyly_fermay_safa_inde/?lang=bash
27 ғин 2020, 21:07

Башҡортостан – һөт иле. Яңы комплекста йылына 13 мең тоннанан ашыу һөт етештереләсәк тип күҙаллана. Индустриаль ферма асыҡ яланда төҙөлә, шуға ла бинаны һалыр өсөн техник проект талап ителмәй. Комплекстың түбәһе ҡиммәтле төҙөлөш материалдары урынына йылытылған япма менән ҡаплана. Был алым ферманы арзаныраҡ хаҡҡа һәм тиҙ арала төҙөргә мөмкинлек бирә. Илеш районынан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким.

Мал фермаһында смарт экран артында ултырған хеҙмәткәрҙе күреү – ғәҙәти булмаған күренеш. Әммә Илеш районында асылған яңы индустриаль фермала электрон табло – эш өсөн талап ителгән уңайлыҡ. Бында һыйырҙарҙың сәләмәтлеге һәм көндәлеге тураһындағы бөтә мәғлүмәт яҙыла.

Марат Истәков, «Смарт-проект» компанияһы етәксеһе: “Һөттәге аҡһымдарҙың, майҙарҙың сифатын, лактозаны тикшереп һыйырҙың хәле, әүҙемлеге тураһында мәғлүмәт туплайбыҙ. Әлбиттә, яңы технологияларҙан тыш һауынсыларҙың хеҙмәте мөһим - һыйырҙарҙың елене ентекле таҙартылыуы һөттөң сифатына йоғонто яһай”.

Теүәл күрһәткестәр ярҙамында малҡайҙарҙың сәләмәтлеген, асмы-туҡмы икәнен, хатта кәйефен күҙәтеп була. Программа һауылған һөт сыр йәки эремсек яһарға тап килеү,килмәүен баһалап белгестәргә күрһәтмәләр бирә.

Илеш районында үткән республика аграрийҙары семинарында индустриаль ферма тиҙ төҙөлә торған агросәнәғәт комплексы миҫалы булараҡ ҡаралды. Шулай уҡ семинарҙа төбәктә аграр тармаҡты үҫтереү, һөт продукцияһының сифатын яҡшыртыу, ауыл хужалығында эш башлар өсөн субсидияларҙы юллау, төбәккә тағы ла күберәк инвесторҙар йәлеп итеү хаҡында һүҙ барҙы.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры: “Тиҙ төҙөлә торған мал комплексы бар яҡлап та ентекле уйланып эшләнгән. Комплекса заманса елләтеү системаһы көйләнгән. Малҡайҙарҙы ашатыу, уларҙың аҫтын алыр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Бында 1200 һыйыр тотоп була. Ферма төбәктә сифатлы һөт һатып алыуға булышлыҡ итәсәк”.

Ҡиммәтле материалдар урынына йылытылған япма һөм бетон файҙаланыу финанстарҙы экономияларға һәм шул уҡ ваҡытта ҡағиҙәләргә ярашлы объектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерергә ярҙам итә. Төҙөлөштө башлар өсөн оҙайлы дәүләт экспертизаһын үтеү һәм ҡағыҙ мәшәҡәттәре менән яфаланыу кәрәкмәй.

Автор: Флорида Ким.

Илеш районында заманса технология буйынса төҙөлгән малсылыҡ фермаһы сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет