Радий Хәбиров «Белое облако» һөт заводының яҙмышын шәхси контролгә алды

Радий Хәбиров «Белое облако» һөт заводының яҙмышын шәхси контролгә алды https://bash.news/news/114909_radij_xbirov_beloe_oblako_t_zavodyny_yamyshyn_shxsi_kontrolg_aldy/?lang=bash
28 ғин 2020, 23:24

Уның киләсәге буйынса инвестиция сәғәтендә фекер алышыу үтәсәк. Был турала Республика башлығы бөгөн Миәкә районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Әле билдәле предприятие ябылған, ә 150 кеше эшһеҙ ҡалған.

Радий Хәбиров төбәктең башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында ла булды. Мәҫәлән, «Маяҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы, ул «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәте ҡарамағында эшләй, шуға күрә лә продукцияны һатыу менән проблема юҡ, ит һәм әҙер һөт ризыҡтары тотош ил буйынса эшләгән ойошма ашханаларына оҙатыла. Әле хужалыҡта мең башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала, ике йыл элек Германиянан голштин тоҡомло таналар ҙа алып ҡайтылған. Хужалар әйтеүенсә, дәүләт яғынан ярҙам ҡаралған, бары тик әүҙемлек талап ителә.

Үҙәк МТС-тың Миәкә филиалында да һүҙ аграр тармаҡты үҫтереү юлдары хаҡында барҙы. Осрашыуға ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре саҡырылған. Ер хужаларын техника, мал алыуға субсидиялар бүлеү менән бәйле һорауҙар борсой. Республика башлығы артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәген белдерҙе. Радий Хәбиров аграрийҙар өсөн фекер алышыу майҙаны ойоштороу бурысын да ҡуйҙы. Филиалдың үҙенә килгәндә, ул Стәрлебаш, Федоровка бүлексәләрен дә берләштерә, хужаларҙың 13 мең гектарҙан ашыу сәсеү майҙаны, өс меңдән күберәк малы бар. Әле базала техниканы ремонтлау бара.

Спорт һөйөүселәр өсөн дә яңылыҡ бар. «Ауыл тренеры» программаһын киләсәктә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре өсөн дә ҡулайлаштырыу күҙаллана. Радий Хәбиров программаға үҙгәрештәр индереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Әлегә тиклем ул мәктәптә эшләгән тренерҙар ғына ҡағыла ине

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров «Белое облако» һөт заводының яҙмышын шәхси контролгә алды

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову