2024 йылға тиклем Башҡортостанда дәүләт аппараты 25 процентҡа ҡыҫҡартыласаҡ

2024 йылға тиклем Башҡортостанда дәүләт аппараты 25 процентҡа ҡыҫҡартыласаҡ https://bash.news/news/114910_2024_jyla_tiklem_bashortostanda_dlt_apparaty_25_procenta_yartylasa/?lang=bash
28 ғин 2020, 23:39

Әле идара итеүсе органдарҙа 5 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Уларҙың йөҙө быйыл уҡ эшенән ҡыҫҡартылған да инде. Ошо рәүешле республиканың дәүләт аппаратында эшләүселәрҙе йыл да 5 процентҡа ҡыҫҡартыу ҡарала.

Был һөҙөмтәле идара итеү һәм сығымдарҙы экономиялап башҡаларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк , тине республика хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров киләһе дүрт йылға үҫеш йүнәлешен билдәләү кәңәшмәһендә.

Эш һөҙөмтәлелеген арттырыу хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү менән генә сикләнмәй. Хөкүмәт 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса тәүге биш төбәк исемлегенә инмәксе. Эске тулайым продуктты 2 ярым триллион һумға еткереү мөмкинлеге лә бар. Ауыл хужалығында һөт һәм ит етештереү күләме буйынса икенсе урынға сығыу маҡсаты ҡуйылған. Ә торлаҡ йыл да 3 миллион 7 йөҙ мең квадрат метр төҙөлөргә тейеш.

Социаль өлкәлә лә маҡсаттар юғары. Демографияны яҡшыртыу, үлем кимәлен кәметеү, ә физик культура менән шөғөлләнеүселәр һанын 60 процентҡа еткереп сәләмәт төбәктәр исемлеген етәкләү. Иң мөһиме был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Республиканың потенциалы ҙур тип һанай Андрей Назаров.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары: “Башҡортостандың баһаланмаған потенциалы ҙур. Маҡсаттар амбициялы ,әммә тормошҡа ашырырлыҡ. Тәү сиратта инвестициялар күләмен йылына 650 миллиард һумға еткереү талап ителә. Әле ул 270 миллиард һум. Һөҙөмтәлә был күрһәткестәр демография яҡшырыуы, халыҡтың артыуы, реаль килемдең күтәрелеүенә килтерергә тейеш”.

Автор: Айнур Кәбиров.

2024 йылға тиклем Башҡортостанда дәүләт аппараты 25 процентҡа ҡыҫҡартыласаҡ

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет