Башҡортостанда милли проект буйынса 374 километр юл тәртипкә килтерелгән

Башҡортостанда милли проект буйынса 374 километр юл тәртипкә килтерелгән https://bash.news/news/114966_bashortostanda_milli_proekt_bujynsa_374_kilometr_yul_trtipk_kilterelgn/?lang=bash
29 ғин 2020, 15:11

Бының өсөн бюджеттан 3 миллиард 600 миллион һум аҡса бүленгән. “Хәүефһеҙ һәм имен юлдар” милли проектына ярашлы, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарында трассалар ремонтланды.

Башҡортостанда милли проект буйынса 374 километр юл тәртипкә килтерелгән
Башҡортостанда милли проект буйынса 374 километр юл тәртипкә килтерелгән

Сифатлы асфальт ҡатламы түшәлде, светофорҙар һәм яҡтыртҡыстар урынлаштырылды, юл ситендә ҡоймалар ҡуйылды. Быйыл милли проектҡа ярашлы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 110 километр юл тәртипкә килтерелә.

#нацпроект #миллипроект

Юлдаш
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет