Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын Наталья Полянская башҡарасаҡ

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын Наталья Полянская башҡарасаҡ https://bash.news/news/115012_respublikany_er_m_mlkt_mnsbttre_ministry_vazifayn_natalya_polyanskaya_basharasa/?lang=bash
29 ғин 2020, 23:15

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыу Наталья Полянскаяға йөкмәтелде.

Ул 1976 йылда Өфөлә тыуған. Юғары белемле. Хеҙмәт юлын "21-се трест" йәмғиәтендә юрист булып башлай. 2019 йылдан – Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары булып эшләй.

Төбәк Башлығының икенсе Указы менән Гөлшат Арыҫланова, икенсе эшкә күсеүгә бәйле, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһынан бушатылды.

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын Наталья Полянская башҡарасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет