Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта

Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта https://bash.news/news/115078_bashortostanda_anatlan_proektynda_atnashyusylar_any_arta
30 ғин, 16:00

Быйылдан унда һәр район һәм ҡаланан кәмендә тағы ике мәктәп ҡушыла. Республика Хөкүмәтендә үткән “Мәғариф сәғәте”ндә ошо турала хәбәр ителде. “Ҡанатлан” проекты былтыр башланды, унда 71 мәктәп ҡатнаша. 10 һәм 11 класта белем алған 2 меңгә яҡын уҡыусы өсөн өҫтәмә дәрестәр үткәрелә.

Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта
Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта

Егеттәр һәм ҡыҙҙар ете йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. Улар араһында “Йылмай” тигән модуль бар. Уның буйынса мәктәптәрҙә стоматология бүлектәре асыла. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, теш табибы булған мәктәптә райондың бөтә балалары ҡабул ителә.

Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта

Мәктәптә теш табибы бүлмәрен асыу тәжрибәһе беҙҙең республикала ғына бар. Быйылдан төпкөл ауылдарҙа урынлашҡан мәктәптәргә Күсмә стоматология комплексы ла йөрөй башлай. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай техника алыу кәрәклеген белдерҙе.

Башҡортостанда “Ҡанатлан” проектында ҡатнашыусылар һаны арта

Быйылдан “Ҡанатлан” проектына тағы өс йүнәлеш өҫтәргә тәҡдим ителде. Улар араһында балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү дәресе булыуы ихтимал.

Өфөлә 2-се “Ҡанатлан” форумы февраль аҙағында үтә. Ул балалар сәләмәтлегенә арнала.

Юлдаш
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет