Өсөнсө бала тыуғанда ер урынына 250 мең һум аҡса

Өсөнсө бала тыуғанда ер урынына 250 мең һум аҡса https://bash.news/news/115098_sns_bala_tyuanda_er_urynyna_250_me_um_asa/?lang=bash
30 ғин 2020, 21:35

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараны. Документҡа ярашлы, өс бәлиғ булмаған бала, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр үҙ теләге менән ер урынына аҡсалата компенсацияға өмөт итә ала. Депутаттар әйтеүенсә, ерҙе аҡсаға алмаштырыу социаль ярҙамды һөҙөмтәләштерә генә. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажында.

Өсөнсө бала тыуған өсөн дәүләттән бушлай ер. Тәү ҡарашҡа ҙур бүләк. Әммә күп осраҡта был участка өҫтәмә сығымға ғына әйләнә. Ер участкалары етмәгәнлектән улар ете ят урындан бирелә. Коммуникациялары, юл булмаған ерҙә йорт төҙөүҙең кәрәге лә юҡ. Ә һалымы даими килеп тора. Бигерәк тә ауыл кешеһенә был ярҙам мәшәҡәт кенә.

Закон проекты тәүге уҡыуҙы үтте. Ләкин социаль әһәмиәтле башланғыс тиҙ арала ҡабул ителәсәк, ти депутаттар. Сөнки пособиеға 12 меңдән ашыу ғаилә хоҡуҡлы. Өсөнсө бала табыусыларҙың артасағын, ә ер участкаларының етештерелмәүен иҫәпкә алғанда закон проекты мәсьәләнең берҙән-бер хәл ителеше. Тағы бер киҫкен проблема – снюстар.

Һуңғы арала сәйнәй торған тәмәке йәмғиәттә янъял ҡуптарҙы. балалар араһында ағыуланыусылар, сит төбәктәрҙә үлемесле осраҡтар ҙа теркәлде. Әммә хәүефле "кәнфитте" сикләүсе закон ғына юҡ ине. Республика парламентарийҙары тәүгеләрҙән булып бәлиғ булмағандарға снюстар һатыуҙы тыйыусы ҡануниәт әҙерләне.

Руслан Исмәғилев, Башҡортостан прокуратураһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы вәкиле: “Үткән көҙ беҙ составында никотин булған тартыу матдәләрен тыйыусы закон ҡабул иткәйнек. Ул эшләй, әммә сәйнәй торған никотинлы әйберҙәр килеп сығыу менән законға үҙгәрештәр талап ителеүе асыҡланды. Хәҙер беҙ ҡануниәтте составында никотин булған барлыҡ әйберҙәрҙе һатыуҙы тыйырлыҡ итеп эшләнек”.

Халыҡ һайланыусылары хайуандарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Беренсе ғинуарҙан илдә йорт хайуандарына бәйле яңы ҡануниәт эшләй. Төбәк парламенты ла уға яраҡлаштырып хоҡуҡи документтар әҙерләне. Уға ярашлы, берәҙәк эттәр менән эш итеү , уларҙы тәрбиәләү шарттары яңы кимәлгә күтәрелә. Был хоҡуҡ муниципалитеттарға тапшырыла һәм тап улар хужаһыҙ йорт хайуандарын тотоу, аҫрау урыны ойошторорға бурыслы буласаҡ.

Халыҡ һайланыусылары шулай уҡ календарҙа ҡыҙыл менән билдәләнгән даталарҙы ла арттырырға иҫәп тота. Башҡорт атлылары иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 13 ноябрь 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип иғлан ителәсәк. Дөрөҫ, әле был ҡануниәт беренсе уҡыуҙы ғына үтте. Әммә барлыҡ республика халҡы хуплаған башланғыс мотлаҡ яҡын арала уҡ закон статусын аласаҡ.

Автор: А.Кәбиров.

Өсөнсө бала тыуғанда ер урынына 250 мең һум аҡса

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову