Радий Хәбиров Миәкә һөт заводындағы ҡатмарлы хәлде шәхси контролгә алды

Радий Хәбиров Миәкә һөт заводындағы ҡатмарлы хәлде шәхси контролгә алды https://bash.news/news/115114_radij_xbirov_mik_t_zavodynday_atmarly_xlde_shxsi_kontrolg_aldy/?lang=bash
30 ғин 2020, 23:43

Һөт продукттары кәштәләргә ҡайта. Башҡортостан башлығы "Белое облако" бренды аҫтында продукция етештергән Миәкә һөт заводындағы ҡатмарлы хәлде шәхси контролгә алды.

Был турала Радий Хәбиров бер нисә көн элек предприятие хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа белдергәйне. Әйләнештәге финанстар етмәүенә һылтанып завод етәкселеге эшмәкәрлекте туҡтатырға мәжбүр булған. Хеҙмәткәрҙәр республика башлығына производствоны тергеҙеүҙә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Проблеманы хәл итеү юлдары бөгөн "Инвестиция сәғәте" форматында үткән кәңәшмәлә тикшерелде. Миәкәләге предприятие 150 кешене эш урындары менән тәьмин иткән. Яҡын киләсәктә уларҙың барыһы ла хеҙмәт урындарына ҡайтасаҡ. Радий Хәбиров район хакимиәте башлығынан был яңылыҡты хеҙмәткәрҙәргә еткереүен һораны.

Автор: Илдар Байбулатов.

Радий Хәбиров Миәкә һөт заводындағы ҡатмарлы хәлде шәхси контролгә алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет