Стәрлетамаҡ районында Өфө – Ырымбур трассаһында етди авария теркәлгән

Стәрлетамаҡ районында Өфө – Ырымбур трассаһында етди авария теркәлгән https://bash.news/news/115150_strletama_rajonynda_f_yrymbur_trassaynda_etdi_avariya_terklgn/?lang=bash
31 ғин 2020, 13:38

“Фотон” фургоны водителе туҡтап торған 14-се модель ВАЗ машинаһын бәрҙергән. Еңел машинала ултырған 43 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәтләнгән. Юл полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республика юлдарында 4 авария булған, 5 кеше имгәнгән.

Стәрлетамаҡ районында Өфө – Ырымбур трассаһында етди авария теркәлгән
Стәрлетамаҡ районында Өфө – Ырымбур трассаһында етди авария теркәлгән

Инспекторҙар ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле йәйәүлеләрҙе лә, водителдәрҙе лә иғтибарлы булырға саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Элемтә телефоны: 112.

Юлдаш
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову