Былтыр Башҡортостан бюджетына 54 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән

Былтыр Башҡортостан бюджетына 54 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән https://bash.news/news/115183_byltyr_bashortostan_byudzhetyna_54_milliard_um_federal_asa_jlep_itelgn/?lang=bash
31 ғин 2020, 21:29

Был 2018 йылға ҡарағанда, 2 миллиард һумға күберәк. Был күрһәткестәрҙе Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров иғлан итте. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышта депутаттар етәкселегендә алып барған эшмәкәрлек йомғаҡтары, милли проекттар һәм сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәләрен үҫтереү, демографик хәлде яҡшыртыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға финанстар йәлеп итеү буйынса эшсе төркөмдәрҙең эш һөҙөмтәләре барланды.

Төбәк башлығы фекеренсә, ирешелгән күрһәткестәр республикала йыйылған проблемаларҙы хәл итеү булһа ла, был ғына әҙ. Мәғлүм булыуынса, федераль бюджеттан кире ҡайтарыу талап ителмәгән аҡса буйынса Башҡортостан илдә 10-сы, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Былтыр Башҡортостан бюджетына 54 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову