Башҡортостан Башлығы Төркиә эшҡыуарҙары делегацияһы менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Төркиә эшҡыуарҙары делегацияһы менән осрашты https://bash.news/news/115228_bashortostan_bashlyy_trki_eshyuarary_delegaciyay_menn_osrashty/?lang=bash
01 фев 2020, 23:21

«Торатау» конгресс-холлында Башҡортостан Башлығы «Еңел сәнәғәт-2020» форумында ҡатнашыу маҡсатында республикаға килгән Төркиә эшҡыуарҙары делегацияһы менән осрашты.

Әңгәмә барышында яҡтар Истанбул ҡалаһында Башҡортостан вәкиллеген асыу, еңел сәнәғәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Бынан тыш, «Башҡортостан саҡыра» беренсе инвестиция форумы барышында Козува компаниялар төркөмө менән хеҙмәттәшлек меморандумын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләшеү булды. Документ халыҡ-ара Өфө аэропортында карго терминалы һәм Өфө тимер юлы вокзалы биләмәһендә ҡунаҡхана комплексын төҙөүҙе күҙаллай.

Башҡортостан Башлығы Төркиә эшҡыуарҙары делегацияһы менән осрашты

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет