Контейнер майҙансыҡтары өсөн бүленгән аҡсалар маҡсатлы тотонолғанмы?

Контейнер майҙансыҡтары өсөн бүленгән аҡсалар маҡсатлы тотонолғанмы? https://bash.news/news/115343_kontejner_majansytary_sn_blengn_asalar_masatly_totonolanmy/?lang=bash
03 фев 2020, 22:05

Муниципалитеттар ҡуйылған бурысты тейешенсә атҡарманы, тине бөгөн опрератив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы. Туризмды үҫтереү ҙә йыйылып һөйләшеүҙән ары китмәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына лайыҡлы йәшәү шарттары булдырылырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә ҡуҙғатылған ошо һәм башҡа һорауҙар БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Контейнерҙар металл өйөмөн хәтерләтә. Ә сүп-сар реформаһына ярашлы, был урын төҙөкләндерелгән булырға тейеш. Сөнки аҡса бүленгән. Һәр майҙансыҡ өсөн 50-60 мең һум тирәһе. 100 мең һумға барып еткән осраҡтары ла бар. Контейнер майҙандары өсөн бүленгән аҡса ҡайҙа? Бөгөн Хөкүмәт йортонда уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошондай һорау бирҙе. Республика етәксеһе сүп реформаһы сиктәрендә төҙөлөргә тейеш контейнер майҙандарының тейешенсә кимәлдә ойошторолмауын билдәләне.

Майҙансыҡ кәртәләнергә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусы техника һәм сүп ташлаусыға инеү өсөн айырым ишектәр булырға тейеш. Миәкә һәм Күгәрсен районы ғына был эште тейешенсә башҡарып сыҡты тине, Башҡортостан башлығы һәм бүленгән финанстарҙың маҡсатлы файҙаланылғанмы-юҡмы икәнен тикшерергә ҡушты.

Ауылдарҙың үҙәк урамдарында тәртип булырға тейеш. «Тыуған урам» проектына ярашлы, быйыл 112 саҡырым юлға асфальт түшәлә. Программаға бер меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдар һәм транзит урамдар ингән. Юл өсөн сығымдар бүленә. Ә бына тротуарҙар булдырыу һәм кәртәләрҙең төҙөклөгөн район башлыҡтары үҙҙәре хәстәрләргә бурыслы тиелде, кәңәшмәлә.

Тағы ла көнүҙәк мәсьәлә – халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү. Мәҫәлән, Борай районында был мәсьәлә киҫкен тип билдәләне, республика етәксеһе. Былтыр Дәүләкән ҡалаһында, һыу таҙартыу станцияһы төҙөлгән, Өфө районының алты ауылында һыу таҙартыу системаһын төҙөү башланған. Быйыл уларҙа эште теүәлләп Стәрлетамаҡ ҡалыһында һыу таҙартыусы станция һала башлау бурысы тора. Республикалағы ике меңгә яҡын һыу башняһын алыштырыу, йә ремонталу талап ителә.

Борис Беляев, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: “2024 йылғаса республика халҡын таҙа һыу менән тәьмин итеү өсөн 1 миллиард 250 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Һөҙөмтәлә төбәктә йәшәүселәрҙең 92 проценты сифатлы һыу эсә ала”.

Башҡортостан ветеринария хеҙмәте илдә тәүгеләрҙән булып малдарҙы тикшереүгә ҡоролған мобиль ҡушымта менән эшләйәсәк. Смартфон формаһындағы прибор ярҙамында ветеринарҙар чипланған һәр мал тураһында мәғлүмәтте тикшерә ала. Мәҫәлән, прививка яһатылғанмы, уның ҡайҙа йөрөгәне һәм башҡалар. Система мал ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыласаҡ. Яңылыҡты һынау Стәрлетамаҡ районында башланасаҡ һәм 2021 йылғаса ветеринария хеҙмәтенең һәр бүлексәһендә барлыҡҡа киләсәк.

Туризм өлкәһендә эшләүселәр беҙҙән ярҙам тойорға тейеш. Туризмды үҫтереү бәҙрәфтәр тураһында докладтарҙан ары китмәй, тине Радий Хәбиров һәм бөгөнгәсә был тармаҡ ведомствоһынан аныҡ тәҡдимдәр юҡлығын билдәләне. Уҙған аҙнала ойошторолған еңел сәнәғәт форумын был тәңгәлдә өлгө булырлыҡ тине, төбәк башлығы.

Был аҙнала милли проекттар буйынса төҙөлгән объекттар файҙаланыуға тапшырыла башлай. Инорс биҫтәһендәге бассейн, Зубов ауылында балалар баҡсаһы, ә онкология үҙәген асыу яҡынса март айына билдәләнгән. Киләһе аҙнала иһә Хөкүмәт йортонда Һанлы сәғәт форматында йыйылыштар башлана. Унда иҡтисадтың һанлы киләсәгенә бәйле һорауҙар ҡарала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Контейнер майҙансыҡтары өсөн бүленгән аҡсалар маҡсатлы тотонолғанмы?

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет