Республика башлығы Башҡортостан милли архивына Луганск халыҡ республикаһынан алып ҡайтылған тарихи ҡулъяҙмаларҙы тапшырҙы

Республика башлығы Башҡортостан милли архивына Луганск халыҡ республикаһынан алып ҡайтылған тарихи ҡулъяҙмаларҙы тапшырҙы https://bash.news/news/115345_respublika_bashlyy_bashortostan_milli_arxivyna_lugansk_xaly_respublikaynan_alyp_ajtylan_tarixi_ulyamalary_tapshyry/?lang=bash
03 фев 2020, 22:12

Милли архивҡа – ҡәҙерле ҡомартҡы. Һуғыш шаңдауын һаҡлаған дәфтәрҙәрҙе Радий Хәбировҡа Донбассҡа эш сәфәре барышында Петровское ҡасабаһы кешеләре тапшыра. Ерле халыҡ Башҡортостан яугирҙары хаҡында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Тарихи ваҡиғаның Хәрби Дан – Совет ғәскәрҙәренең Сталинград һуғышында дошмандарҙы тар-мар иткән көнөндә үтеүе айырыуса иҫтәлекле. Үҙенсәлекле ҡомартҡы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дон казактары тапшырған материалдарҙа тарихи ысынбарлыҡты асҡан ҡиммәтле мәғлүмәттәр һаҡлана. Миңлеғәле Шайморатов менән иңгә-иң терәшеп алышҡан кавалеристарҙың яҙмалары ҡаһарман генералдың тулы образын күҙ алдына баҫтыра. Мәҫәлән, был юлдар 1943 йылдың 18 феврале хаҡында. Һуғыш Луганск өлкәһендә бара. Генерал-майорҙың үлеменә 5 көн ҡалғас. Яугирҙар был көндө ике тимер юл станцияһын алырға тейеш була. Башҡорт атлыларының һөжүме дошмандарҙы тотҡарлай, әммә һалдаттар үҙҙәре ҡамауҙа ҡала, ә легендар генерал һәләк була.

Көндәлектәрҙе Радий Хәбировҡа Донбасҡа эш сәфәре барышында Луганск халыҡ республикаһының Петровское казактары тапшырған. Был ҡулъяҙмалар хәҙер Башҡортостан милли архивында һаҡланасаҡ. Һуғыш йылдарының шаңдауын еткергән был яҙмаларҙа ерле халыҡтың дәһшәтле осор, башҡорт атлылары дивизияһы хаҡында иҫтәлектәре тупланған. Дәфтәрҙәр араһында яҡташтарыбыҙ хаҡында гәзит биттәрендә донъя күргән материалдар ҙа бар. Яҙмалар утлы йылдарҙың бар михнәтен күҙ алдына баҫтыра, тетрәндерә. Мәҫәлән, Петровское янындағы ҡан-ҡойошто тасуирлау.

Әлегә тиклем «серле» мөһөрө һуғылған бер төркөм материалдар ҙа ваҡыт сиге үтеү сәбәпле дөйөм ҡулланылышҡа сығарыла. Элек уларҙы ғалимдар махсус рөхсәт буйынса ғына өйрәнһә, хәҙер документтар теләгән бер кеше өсөн асыҡ. һуғыш йылдары хаҡындағы мәғлүмәттәр менән архивтағы күргәҙмәлә танышырға була. Экспозиция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Халыҡ комиссарҙары советының ҡарары ғына түгел, документтар араһында башҡа ҡыҙыҡлы материалдар ҙа бар. Мәҫәлән, һуғыш ваҡытында ҡайһы райондар фронтҡа кейем йә аҙыҡ-түлекте әҙерәк тапшырған, йә булмаһа алдынғылар иҫәбендә барған. Йәки республикала берҙә-бер белгес булған архитектор Павет Дохтуровты яу ҡырынан кире саҡыртып алыу хаҡындағы ҡарар. Хәҙер был мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан архивының байлығы тип әйтергә мөмкин.

Архивтағы иң үҙенсәлекле, ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе ошо журнал. Ул 1942 йылда асылған, журнал эсендә 113 башҡорт кавалерия дивизия полктары байраҡтарының эскиздары күрһәтелгән. Күреүегеҙсә, һәр полктың хәрби символы айырылып тора.

Элек ете йоҙаҡ артында бикләнгән, ябай халыҡ өсөн асылмай торған боронғо, башҡа материалдар ҙа хәҙер дөйөм ҡарамаҡҡа сығарыла. Архивта тарихи мәғлүмәттәрҙе һанлы форматҡа күсереү бара. Мәҫәлән, элек стандарт форматтағы биттәрҙе генә сканерлау мөмкинлеге булһа, хәҙер ҙур, күләмле яҙмаларҙы ла компьютерға күсерергә мөмкин.

Милли архивта 2 миллион ярым дананан ашыу документ һаҡлана. Фонд яңы материалдар менән дә тулыланып тора. Йылдар үтеү менән документтарҙың тарихи әһәмиәте арта, сөнки тап уларҙа бар ысынбарлыҡ һаҡлана, боронғо яҙмалар үткәндәрҙең тынһыҙ шаһиты.

Автор: Р.Кәримова.

Республика башлығы Башҡортостан милли архивына Луганск халыҡ республикаһынан алып ҡайтылған тарихи ҡулъяҙмаларҙы тапшырҙы

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову