Республикала көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле автомобиль хәрәкәттәре сикләндерелә

Республикала көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле автомобиль хәрәкәттәре сикләндерелә https://bash.news/news/115354_respublikala_ksl_buran_m_ar_yauyuy_sbple_avtomobil_xrkttre_siklnderel/?lang=bash
03 фев 2020, 23:35

Көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле, Өфө-Ырымбур трассаһында рейс автобустары һәм йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнде. Ул 4 февраль төнгө сәғәт өскә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Әле автомобиль трассаһында ҡар таҙартыу техникаһы эшләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә юлда хәрәкәт асылғансы Өфө-Ырымбур йүнәлешендә сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Инспекторҙар шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәрҙе лә һауа торошона бәйле оҙон юлды кисектереп торорға, юлда икеләтә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа һәм дистанцияны һаҡларға саҡыра.

Республикала көслө буран һәм ҡар яуыуы сәбәпле автомобиль хәрәкәттәре сикләндерелә

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову