Республика юлдарында бер ай эсендә генә 276 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Республика юлдарында бер ай эсендә генә 276 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән https://bash.news/news/115355_respublika_yuldarynda_ber_aj_esend_gen_276_yultransport_fazhie_terklgn/?lang=bash
03 фев 2020, 23:40

Аварияларҙа 41 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән транспорт сәғәтендә белдерелде.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ведомство- ара комиссия ултырышында һүҙ юлдарҙағы фажиғәләр һанын кәметеү, хәлде яҡшыртыу саралары хаҡында барҙы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, аварияларҙың күбеһе юлдарҙың торошо насар булыуы менән бәйле.

Бигерәк тә төбәк һәм муниципаль -ара юлдар яҡшылап таҙартылмай. Иң хәүефле трасса булып Өфө-Инйәр-Белорет юлы тора. Белгестәр фекеренсә, ғинуарҙа һауа торошо ла хәрәкәтте ҡатмарлаштырған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Республика юлдарында бер ай эсендә генә 276 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет