Ҡалтасы районындағы яңы ферма йылына 36 мең тонна һөт етештерәсәк

Ҡалтасы районындағы яңы ферма йылына 36 мең тонна һөт етештерәсәк https://bash.news/news/115446_altasy_rajonynday_yay_ferma_jylyna_36_me_tonna_t_eteshtersk/?lang=bash
04 фев 2020, 19:04

Ҡалтасы районындағы яңы заманса ферма тап ошо күләмдә сифатлы һөт етештерәсәк. Даниянан ҡайтарылған 700 тана комплекстың беренсе асылған бинаһында аҫрала башлаған. Улар оҙаҡламай быҙаулаясаҡ. Комплекстың эшмәкәрлеге менән төбәктә малсылыҡты үҫтереү зональ семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар танышты. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.

170 урынға иҫәпләнгән быҙаулау бүлеге әлегә буш. Тиҙҙән бында беренсе быҙауҙар алынасаҡ. Киләсәктә ҡалған объекттарҙы ла төҙөү күҙаллана, әммә шуға ҡарамаҫтан, комплекс тиҙҙән тулы ҡеүәтенә эш башлаясаҡ.

Рөстәм Әхмәҙиев, малсылыҡ комплексы мөдире: “Быҙауҙарға урын тулыһынса әҙер. Тиҙҙән таналар быҙаулай башлаясаҡ. Ә беренсе лактацияла һауым һәр һыйырҙан 8 ярым литр тәшкил итәсәк”.

Һауын бүлеге лә тулыһынса йыйылған һәм бөгөндән эш башларға әҙерлек кимәленә ҡуйылған. Бөтә ғәмәлдәр ҙә автоматлаштырылған. Махсус табло ярҙамында һәр һыйырҙың муйынында урынлашҡан читтан мәғлүмәт алып, һәр һыйырҙан күпме һәм ниндәй сифатта һөт һауылғанын асыҡларға мөмкин.

«Победа»ауыл хужалығы предприятиеһының файҙаланыуға тапшырылған тәүге фермаһында 1200 баш һауын һыйырҙары аҫраласаҡ. Элеге ваҡытта юғары һөт етештерә торған 700 баш голдштин тоҡомло һыйырҙар ҡайтарылған. Киләсәктә улар һаны 5000-гә етәсәк.

Башҡортостанда барлығы ошондай 21 мега-ферма сафҡа инәсәк. Эш барышы менән ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡыҙыҡһынды. Әлеге ваҡытта фермала 600 -шәр һыйыр малына ике зал, быҙау аҫрау өсөн бина, ҡатнаш аҙыҡ етештереү цехы, бесән һаҡлағыс бар. Бөтә обьекттар 2021 йылда файҙалыныуға тапшырыласаҡ. Тап был ферма һөт етештереүҙән тыш, Яңауыл районында сыр етештереү комплексы менән берлектә эшләйәсәк. Был инвестицион проектҡа 2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры: “Ҡайҙа ғына ферма төҙөһәк тә, улар тештереүгә бәйле буласаҡ. Беҙҙең һөтөсөлөк фермалары индустриаль булырға тейеш. Беҙ дери-матер һыйыр һауыу залында торабыҙ. Был бинала бер юлы 1200 баш һыйыр һауыласаҡ. Бер юлы 30 тонна яҡшы һәм сифатлы һөт аласаҡбыҙ”.

Ябыҡ циклда эшләйәсәк комплекста хәүефһеҙлек менән бәйле бөтә талаптар ҙа иҫәпкә алына. Һыйыр малдары башта карантин үтә. Һуңынан малдар сәләмәтлеге торошо ла даими ветеринария хеҙмәте күҙәтеүендә буласаҡ.

Азат Йыһаншин, Республика ветеринария идаралығы етәксеһе: “Беҙ шундай комплекстарға өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ. Бәләкәй фермерҙар ҙа ныҡлы һаҡланыу системаһы булған фермалар булдырырға ынтылырға тейеш. Ҙур өйгә нимә кәрәк булһа, бәләкәй өйгә лә шул кәрәк”.

Ҡалтасы фермерҙары етештергән һөткә баҙарҙа ихтыяж ҙур. Урындағы ошо ауыл хужалығы предприятиеһынан ғына көнөнә баш ҡалаға биш тонна һөт оҙатыла. Әлеге ваҡтты һәр һыйырҙан 5400 литр һөт һауһалар ,киләсәктә күләмде 8-9 арттырырға иҫәпләйҙәр.

Гөлнара Иштирәкова, Ауыл хужалығы кооперативының баш зоотехнигы: “Эшем бик оҡшай. Киләсәктә беҙҙ лә мега-ферма булыр тип уйлайым. Ҙур күрһәткестәргә ирешербеҙ, тип ышанам”.

Бер-нисә район хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашҡан семинар-кәңәшмәнең теоретик өлөшөндә иһә 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм яңы пландар ҙа билдәләнде. Һөттө һатып алыу хаҡтарын мәсьәләһе лә күтәрелде. Бәләкәй фермер хужалыҡ тотоусыларға кооперативтарға берләшеп, етештереүсегә бергәләп һөттө ташыу мөмкинлеге тәҡдим ителде. Фермерҙарҙың транспорт сығымдарын да хатта, ҡайһы бер һөт ҡабул итеү заводтары өлөшләтә ҡапларға ла әҙер.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ҡалтасы районындағы яңы ферма йылына 36 мең тонна һөт етештерәсәк

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет