Йылайыр мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды

Йылайыр мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/115449_jylajyr_mktbend_slmt_jylmajyu_module_fajalanyua_tapshyryldy/?lang=bash
04 фев 2020, 19:08

Йылайыр районында милли проекттар тормошҡа уңышлы ашырыла. “Ҡанатлан” республика мәғариф проекты сиктәрендә, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды.

Хәҙер Йылайыр уҡыусылары теш табибына эләгеү өсөн, сиратта ултырмаясаҡ. Был проблеманы улар, уҡыуҙан айырылмай ғына, гимназия эсендә хәл итә ала. Тәжрибәле стоматолог Алексей Харитонов заманса йыһазландырылған стоматология бүлмәһендә уҡыусыларҙы графикка ярашлы ҡабул итә. Бынан тыш, табипҡа райондың башҡа ауылдары мәктәптәре балалары ла эләгә ала.

Алексей Харитонов, теш табибы: Кабинетта балаларҙың тештәрен дауалау өсөн кәрәкле йыһаздар бар. Ҡоролмалар күптән түгел генә һатып алынған, яңы, заманса. Стоматология бүлмәһенең мәктәп бинаһында урынлашыуы уҡыусылар өсөн бик ҡулай, улар тештәрен дәрестәр араһында ла килеп дауалай ала”.

Квадрокоптер, өс Д принтер. Башҡорт гимназияһында урынлашҡан «Үҫеш нөктәһе» үҙәге ауыл ерлегендә белем алған уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асты. Бында һәр кем ҙур теләк менән заман ҡоролмаларын үҙләштерә. Етенсе класс уҡыусыһы Илназ Динисламов Лего конструкцияһынан бер ҡыйынлыҡһыҙ теләгән техникаһын йыя.

Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү сараларын өйрәнеүгә махсус манекен ярҙамға килә.

Хәҙер гимназия уҡыусылары тын алыу юлдары ҡапланғанда, йөрәк туҡтағанда ни эшләргә яҡшы белә.

Үҫеш нөктәһе үҙәге Йылайыр районының ике мәғариф учреждениеһында асылды. Техникаларҙың яңырыуы, белем биреүҙең заманса алымдары, һис һүҙһеҙ, балаларҙың ғына түгел, уҡытыусыларҙың да бар яҡлап үҫешенә мөмкинлек бирәсәк.

Автор: Әлфиә Хәмитова.

Йылайыр мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет