Тәфтиш комитеты Иглин үҙәк район дауаханаһында булған хәл буйынса тикшереү үткәрә

Тәфтиш комитеты Иглин үҙәк район дауаханаһында булған хәл буйынса тикшереү үткәрә https://bash.news/news/115473_tftish_komitety_iglin_k_rajon_dauaxanaynda_bulan_xl_bujynsa_tikshere_tkr/?lang=bash
04 фев 2020, 23:23

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 69 йәшлек инвалид иҙәндә шыуышып йөрөгән кадрҙар социаль селтәрҙәрҙә таралды. Беҙҙең ижади төркөм был ваҡиға буйынса пациенттың һәм дауахана табиптарының фекерен тыңланы. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Был видеояҙма Интернет киңлектәрендә йәшен тиҙлегендәй тарала. Иглин үҙәк район дауаханаһы коридорында аяҡһыҙ пациент иҙәндә шыуышып йөрөй. Кадрҙар йәмәғәтселекте шаҡ ҡатыра. Дауахана табиптары әйтеүенсә, видео былтыр бинала төҙөлөш эштәре барышында төшөрөлөп алынған. Көйрәтергә яратыусы ир медиктарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан, ремонт барған бүлмәгә тәмәке тартырға йыш йөрөгән.

Илгиз Йосопов, Иглин үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире: “Тәмәке еҫе таралғас бинаны ҡарап сығырға булдыҡ. Пациент тартып тора ине. Беҙ бүлмәне тикшергән ваҡытта, шыуышып сығып китте. Эргәлә уның каталкаһы тора, видеола күрергә мөмкин”.

Роликтың социаль селтәрҙә таралыуы дауаханаға республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре килгән көнгә тура килә. Был видеояҙма менән бергә икенсеһе лә тарала. Унан күренеүенсә, пациенттарҙың береһе иҙәнгә йәйелгән түшәктә ята. «Бындай хәлдәргә күҙ йоморға ярамай, тикшереү алып барыла.»- тине үҙенең сәхифәһендә республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Шуның менән бергә, пациенттарҙың да табиптарға ҡарата ихтирамһыҙ булыуын хәтерләтте.

Валентина Асеева, Иглин үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире: “Терапия бүлегендә 49 кеше артынан бер йыйыштырыусы ҡарай. Карауатынан ҡолаған пациентты ул үҙаллы ғына күтәрә алмаған, шуның өсөн аҫтына матрац һала. Шул ваҡытта дауаханаға ауырыуҙың улы килә һәм видеояҙмаға төшөрә. Персонал ирҙе урынына күтәреп һалғанда улы вайымһыҙ ситтә ҡарап торған. Мин барыһына ла мөрәжәғәт итәм, табиптарҙан яуыз йәндәр эшләргә кәрәкмәй”.

Видеояҙманың геройы Валерий Идамкин дауаханала 10 ай дауалана. 90-сы йылдарҙа ул Ҡырғыҙстандан күсенеп килгән һәм Иглин ауылында төпләнгән. Республикала туғандары булмай, ә берҙән-бер ҡыҙы Германияла йәшәй. Уның менән бәйләнешкә сығырға маташыу – һөҙөмтәһеҙ була. Документтарһыҙ ҡалған иргә социаль хеҙмәткәр беркетелә.

Валерий Идамкиндың күршеләре әйтеүенсә, ул бер нисә тапҡыр үҙаллы стационарҙан ҡасып ҡайтып йөрөгән. Әммә дауахана санитарҙары уны кире килеп ала ине, ти улар. Әлеге ваҡытта уның фатирында өйҙәш ҡатыны йәшәй. Ә ир Көҙәй ҡарттар йортона ебәрелә. Ул үҙен видеояҙмала таный, әммә осраҡты тулыһынса иҫенә төшөрә алмай. Ә медиктарҙың мөнәсәбәтен бармаҡтар ярҙамында аңлата.

Ҡарттар йортона Валерий Идамкиндың хәлен белергә күршеләре генә килеп йөрөй. Ә бына уның ҡатнашлығында яҙҙырылған видеояҙманы меңдәрсә кеше күргәнен белмәй. Бындай популярлыҡ кәрәкмәй, ти ул. Ҡарттың теләге бер – артабан тыныс тормошта йәшәү.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Тәфтиш комитеты Иглин үҙәк район дауаханаһында булған хәл буйынса тикшереү үткәрә

БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет