Салауат районында мәктәп автобусы аварияға эләккән

Салауат районында мәктәп автобусы аварияға эләккән https://bash.news/news/115504_salauat_rajonynda_mktp_avtobusy_avariyaa_elkkn/?lang=bash
05 фев 2020, 13:30

Әй ауылы балалары Торналы мәктәбенә китеп барған. Ҡапыл юлға йылҡы өйөрө килеп сыҡҡан. Водитель тормозға баҫып өлгөргән. Әммә транспорт бер атҡа килеп бәрелгән. “Уҡыусылар зыян күрмәгән. Уларҙы дәрескә еңел машинала оҙатҡандар”, - тип белдерҙе автоинспекторҙар.

Салауат районында мәктәп автобусы аварияға эләккән
Салауат районында мәктәп автобусы аварияға эләккән

Малдарҙың хужаһы табылған. Ул Дыуан районы фермеры булып сыҡҡан. Республикала уҙған тәүлектә 15 авария теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, 16-һы имгәнгән, тип хәбәр итә автоинспекторҙар. “Миловка паркы” торлаҡ комплексы тирәһендә етди авария теркәлгән. Унда ҙур йөк машиналары бәрелешкән.

Юлдаш
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову