Өфөлә хоҡуҡ һаҡсылары автоцистернанан яғыулыҡ урлаусыларҙы енәйәт өҫтөндә тотҡан

Өфөлә хоҡуҡ һаҡсылары автоцистернанан яғыулыҡ урлаусыларҙы енәйәт өҫтөндә тотҡан https://bash.news/news/115550_fl_xou_asylary_avtocisternanan_yayuly_urlausylary_enjt_tnd_totan/?lang=bash
05 фев 2020, 19:41

Автоцистерна газ заправкаһына барып етмәҫ элек бушатыла. Махсус операция ҡала эргәһендәге трассала үткәрелә. Асҡланыуынса, водитель бурҙар менән килешеп эшләгән. Мутлашыу фактын нимә асыҡларға ярҙам икән. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Газ ташыусы машина үткән юл ысынбарлыҡта картала сағыла. Бының өсөн gps трекер ярҙам итә. Оҙайлы туҡталыш диспетчер хеҙмәткәрҙәрендә шик тыуҙыра. Улар хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырта ла инде. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәрен берәү ҙә көтмәгән.

Заводтан цистерналар 16 тонна шыйығайтылған газ менән сыға. Уның яҡынса 5 процентын енәйәтселәр ағыҙған. Схеманы ғәмәлгә ашырыу өсөн мутлашыусылар ябай ҡоралдар менән ҡуллана. Бындай ысул шартлау хәүефен арттыра ти, белгестәр. Автоцистерна водителе яғыулыҡтың етмәүен, уның тәбиғи шарттарҙа юҡҡа сығыуына һылтанмаҡсы булған.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре материалы Өфөнөң территориаль полиция бүлексәһенә тапшырылды. Процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн тәфтишселәр кәрәкле тикшереүҙәр үткәрә”.

Газ менән заправкалау станциялары хужалары билдәләүенсә, бындай мутлашыуҙар тәүге тапҡыр асыҡланмай. Ошо схема менән документһыҙ сауҙа иткән заправкалау станциялары ҡуллана, ти улар. Олег Шакиров фекеренсә, даими рәүештә газ уралауҙары ҙур юғалтыуҙарға килтерә.

Әммә документһыҙ эшләгән ойошмаларҙың реестры юҡ. Был заправкаға яғыулыҡ ҡайҙан килтерелеүен, сифат сертификаты йәки лицензия барлығын асыҡлай алманыҡ.

Шуға ҡарамаҫтан, заправкаға килеүселәр кәмемәй. Ә бына урланған газ кемгә кәрәк булған һәм йәшерен схема буйынса мутлашыусылар ҡасандан алып шөғөлләнгән – быларын хоҡуҡ һағындағылар яҡын арала асыҡлаясаҡ.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә хоҡуҡ һаҡсылары автоцистернанан яғыулыҡ урлаусыларҙы енәйәт өҫтөндә тотҡан

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет