Онкологияның тәүге стадияһы өсөн аҡсалата түләүҙе былтыр республикала 2700 тирәһе медицина хеҙмәткәре алған

Онкологияның тәүге стадияһы өсөн аҡсалата түләүҙе былтыр республикала 2700 тирәһе медицина хеҙмәткәре алған https://bash.news/news/115668_onkologiyany_tge_stadiyay_sn_asalata_tle_byltyr_respublikala_2700_tire_medicina_xemtkre_alan/?lang=bash
07 фев 2020, 00:19

Был маҡсатта 32 миллион һум күләмендә аҡса тотонолған. Республикала 14 мең яңы асыҡланған яман шеш осраҡтарының 4 меңе беренсе һәм икенсе стадияла. 5 мең һумлыҡ премия тәүге звено табиптарына – терапевтар, фельдшерҙарға тәғәйенләнә.

Организмдағы яман шеш күп осраҡта диспансеризация үткәргәндә асыҡлана. Беренсе, икенсе стадияларҙа асыҡланған ҡаты сирҙе дауалау һәм пациенттың ғүмерен оҙайтыу мөмкинлеге арта. Шуға аҡ халатлылар организмда ниндәйҙер тайпылыш тойғанда диспансеризация ваҡытын көтмәй тикшерелергә кәңәш итә. Акция исемлегенә баш ҡаланың 8-се дауаханаһына ҡараған поликлиникала егерменән ашыу табип ингән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Онкологияның тәүге стадияһы өсөн аҡсалата түләүҙе былтыр республикала 2700 тирәһе медицина хеҙмәткәре алған

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет