Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтары арта

Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтары арта https://bash.news/news/115721_respublikala_kie_m_kiken_respirator_sirr_menn_auyryu_osratary_arta/?lang=bash
07 фев 2020, 16:38

Бөгөнгә 27 меңдән ашыу кеше сир йоҡторған. Уның 70 проценты – балалар. Үткән аҙнала Өфөлә вируслы инфекция 7 меңдән ашыу кешелә табылған. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда, ауырыу осраҡтары 13 процентҡа артҡан. Ошоға бәйле, күп кенә мәктәптәр карантинға ябылды.

Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтары арта
Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтары арта

Был ваҡытта айырым кластарҙа уҡытыу ситтән тороп алып барыла. Дәрестәр интерактив мәғариф программалары ярҙамында уҡытыла. Бындай сара уҡыу программаһынан артта ҡалмау өсөн ҡулланыла. “Роспотребнадзор” идаралығы шәхси һаҡланыу сараларын теүәл үтәү тураһында иҫкәртә. Ғаиләлә ауырыусылар булғанда, табип менән кәңәшләшеп, белгестәр вирусҡа ҡаршы препараттар ҡуллана башларға тәҡдим итә.

Юлдаш
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет