«Ростех» менән хеҙмәттәшлек нығый

«Ростех» менән хеҙмәттәшлек нығый https://bash.news/news/115738_rostex_menn_xemttshlek_nyyj/?lang=bash
07 фев 2020, 20:44

Өфөлә Башҡортостан башлығы һәм корпорациияның индустриаль директоры ҡатнашлығында ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Был берлектәге тәүге ултырыш. «Ростех» предприятиелары республиканың сәнәғәт тармағы үҫешенә тос өлөш индерә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса, төбәктә етештереү индексы 104 проценттан артып киткән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, «Витязь», «Прогресс», Өфө приборҙар эшләү берекмәһе табыш күләмен артырған, һалымды ла күберәк түләй башлаған. Ултырышта Кумертау авиация предприятиеһының киләсәге хаҡында ла һүҙ барҙы, үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде.

Граждандарға дөрөҫ иҫәпләнмәгән түләүҙәр өсөн 70 миллион һумға яҡын аҡса ҡайтарылған. Бөгөн республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында былтырғы эш һөҙөмтәләре барланды. Коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, йылдың икенсе яртыһында граждандарҙан мөрәжәғәттәр артыуы күҙәтелгән. Был йылылыҡ өсөн иҫәпләшеү, коммуналь хеҙмәттәр килешеүҙәре һәм подъездар ремонтлауҙың яңы системаһына күсеүгә ҡайтып ҡала. Йыл дауамында тармаҡта түләүҙәр тәртибе боҙолоуға бәйле, 28 меңдән ашыу осраҡ асыҡланған. Етешһеҙлектәрҙең күбеһе йылылыҡ өсөн түләүгә төҙәтмәләр һәм ҡайтанан иҫәпләүҙәр уҙғармауға, йылылыҡ тәьминәте системаһын тейешле кимәлдә эшләтмәүгә ҡағыла.

Идарасы компаниялар һәм ресурс тәьминәте ойошмаларына биш меңдән ашыу иҫкәрмә яҙылды. Быйыл ғинуарҙа йылылыҡ өсөн түләүҙәргә төҙәтмәләр индереү сиктәрендә тикшереү саралары дауам итә. Һәр йорт буйынса айырым ҡарар ҡабул ителәсәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

«Ростех» менән хеҙмәттәшлек нығый

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет