Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында былтыр көҙ йылы яҡҡа осмай ҡалған аҡҡош ҡотҡарылған

Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында былтыр көҙ йылы яҡҡа осмай ҡалған аҡҡош ҡотҡарылған https://bash.news/news/115746_xjbulla_rajony_byauly_auylynda_byltyr_k_jyly_yaa_osmaj_alan_aosh_otarylan/?lang=bash
07 фев 2020, 21:01

Таналыҡ быуаһында боҙ ҡамауында ҡалған ҡошто ошо ауылда тыуып үҫкән һунарсы Йәмил Иҫәнтаев күреп ҡалып өйөнә алып ҡайта. Әммә үҙе күрше ауылда йәшәгәс, ир аҡҡошто ҡышҡылыҡҡа күршеһе Зөбәйҙә Таулыҡаеваға тапшыра.

Зөбәйҙә Таулыҡаева: “Улар юҡта мин ҡарайым, килһәләр үҙҙәре ҡарай. Шулайтып ике ғаилә бергәләп аҡҡошто бағабыҙ инде яҙға тиклем”.

Яҙ етеү менән мәрхәмәтле ауылдаштар аҡҡошто кире тәбиғәт ҡосағына ебәрергә йыйына. Инде ике айҙан ашыу кеше тәрбиәһендә булһа ла, ят ҡунаҡ хужаларға бер ҙә эйәләшмәй. Һуңғылары аҡҡоштоң уяулыҡ сифаттарын юғалтмауына шатлана һәм яҙ уның кире үҙ тубына ҡушылыуына ышана.

Йәмил Иҫәнтаев: “Өйрәнмәй беҙгә, ыҫылдай, ҡанаты менән һуға, тешләмәксе була. Ҡырағай булып ҡалһын инде, кешегә өйрәнмәһен, яҙғыһын тәбиғәткә алып барып ебәрһәк, йә кеше тейер, өйрәнһә кешегә, йә атып алырҙар, кем белһен”.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында былтыр көҙ йылы яҡҡа осмай ҡалған аҡҡош ҡотҡарылған

БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет