2019 йылда Башҡортостанда ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

2019 йылда Башҡортостанда ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған https://bash.news/news/115747_2019_jylda_bashortostanda_ike_million_kvadrat_metran_ashyu_torla_fajalanyua_tapshyrylan/?lang=bash

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тармаҡтағы төп һандарҙы төҙөлөш мәсьәләһенә арналған Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә атаны.

Видеобәйләнеш форматында үткән конференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин алып барҙы. Кәңәшмә барышында төбәктәрҙә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекттары үтәлеше тикшерелде.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда проект эшмәкәрлегенең тулы архитектура идаралығы булдырылған. Уның структураһына ингән төп бурыс – милли проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын етди контролдә тотоу һәм килеп тыуған мәсьәләләргә оператив яуап биреү.

Автор: Илдар Байбулатов.

2019 йылда Башҡортостанда ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет