Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса алдынғы өс төбәк исемлегенә инергә тейеш

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса алдынғы өс төбәк исемлегенә инергә тейеш https://bash.news/news/115748_bashortostan_knkresh_aldytary_reformayn_mlg_ashyryu_bujynsa_aldyny_s_tbk_isemlegen_inerg_tejesh/?lang=bash

Республика башлығы республика Хөкүмәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы алдына ошондай бурыс ҡуйҙы.

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев уҙғарған кәңәшмәлә лә һүҙ сүп-сарҙы сығарыу менән бәйле проблемалар хаҡында барҙы. Һуңғы аҙнала ғына сифатһыҙ контейнерҙарға, көнкүреш-ҡалдыҡтары сығарылмауына зарланып 17 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Уларҙың һәр береһе ентекләп тикшерелгән, муниципаль берәмектәр етәкселәренә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Йәғни, идарасы компаниялар менән төбәк операторҙары араһында аңлашылмаусанлыҡ булмаҫҡа тейеш. Шулдай уҡ сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн инфраструктура хаҡында ла һүҙ барҙы, был эш ныҡлап 2021 йылда башланырға тейеш.

Борис Беляев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: “Беҙ көн һайын республика төбәктәрендә эште ойоштороу сифатын күҙәтеп барабыҙ. Көнкүреш ҡалдыҡтары аҙнаһына бер тапҡыр мотлаҡ сығарылырға тейеш. Төпкөлдәрҙә урынлашҡан 100 ауылдың исемлеген төҙөнөк, уларҙа инфраструктура булдырыу, сүп-сарҙы ваҡытында йыйыуҙы ойоштороу буйынса эш бара”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса алдынғы өс төбәк исемлегенә инергә тейеш

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет