Өфө дәүләт авиация техник университетында яңы эшләнгән уҙыш машинаһы һынанылар

Өфө дәүләт авиация техник университетында яңы эшләнгән уҙыш машинаһы һынанылар https://bash.news/news/115794_f_dlt_aviaciya_texnik_universitetynda_yay_eshlngn_uysh_mashinay_ynanylar/?lang=bash
08 фев 2020, 19:45

Студент болиды. Рәсәй фән көнө уңайынан Өфө дәүләт авиация техник университеты йәмәғәтселек иғтибарына уҡыу йортонда эшләнгән уҙыш машинаһы тәҡдим ителде. Ул 2019 йылда төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан. Болид мөмкинлектәре менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Уҡыу йорто студенттары аҡыл һәм ҡул көсөн файҙаланып эшләгән автомобиль моделе университет ихатаһындағы трассаны үтә. Болид уҙған миҙгелдә халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан. Нидерландтарҙа "Студент формулаһы" нда ул ярайһы уҡ уңышлы сығыш яһаған.

Максим Рәжәпов, ӨДАТУ уҡытыусыһы: “Ярыштың талабы буйынса болид тулыһынса студенттарҙың ижад емеше булырға тейеш. Йәғни, уҡыу йортонда белем алыусылар уны проектларға, эшләргә һәм шул машинала уҙышыу майҙанына сығыуы шарт. Жюри ағзаларына шулай уҡ техник үҙенсәлектәрҙе, ҡулланылған яңы алымдар тураһында ла һөйләп бирергә кәрәк”.

Болид трассала үҙен яҡшы тотһон өсөн студенттар уның хәрәкәт итеү системаһын уйлап тапҡан. Двигателе Кавасаки мотоциклыныҡы. Әммә ул камиллаштырылған. Башҡа алмаш өлөштәргә лә аҙ ғына булһа ла үҙгәреш индерелгән. Магазиндан алған килеш агрегаттар ҡулланылмай.

Рөстәм Еникеев, ӨДАТУ проректоры: “Бөгөн фән көнө. Ғәҙәттә, был байрам мәлендә :, пробиркалар һәм аҡ халатлы кешеләрҙән торған лабораториялар күрһәтелә. Ә һеҙ һынау полигонында. Иң яҡшы самолеттар осһон, иң яҡшы машиналар йөрөһөн өсөн технологияларҙы камиллаштырып торорға кәрәк. Был болидта университеттың фәнни ҡаҙаныштары сағыла. Был беҙҙең студенттарҙың ғилми эше”.

Машинаның ҡышҡы тәгәрмәсен дә ноу хау тип атарға мөмкин. Ҡеүәтле болид трассанан сығып осмаһын өсөн студенттар төҙөлөш шөрөптәрен файҙаланып өҫтәмә шиптар ҡуйып сыҡҡан.

Уҡыу йортонда болидтар бер миҙгеллек. Ярыштарҙа ҡатнашҡандан ғәҙәттә улар һүтелә. Унда ҡулланылған яңы технологиялар иһә яңы болидҡа нигеҙ булып тора.

Уҡыу йортоноң 2 курсында белем аслыусы Денис Исаев әле Италияла үтәсәк Студент формулаһына әҙерләнә. Быйылғы болидттың төп үҙенсәлеге лә билдәләнгән.

Денис Исаев, ӨДАТУ-ның 2-се курс студенты: “Әле үҙебеҙ өсөн электр двигателе мөмкинлектәрен асабыҙ. Быйыл ярышта пилотһыҙ электр болиды ҡатнашасаҡ. Проект өҫтөндә эш башланды”.

Пилотһыҙ электр болидын проектлау тамамланып килә. Студенттар уның двигателенә көс бирәсәк аккумуляторҙы тапҡан, кузовының һыҙмалары ла әҙер. Яңы технология Аппенин ярымутрауында үтәсәк ярышта уңышлы сығыш яһарға мөмкинлек бирер тигән өмөттә йәштәр.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфө дәүләт авиация техник университетында яңы эшләнгән уҙыш машинаһы һынанылар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет