Короновирус бөтә донъя буйлап таралыуын дауам итә

Короновирус бөтә донъя буйлап таралыуын дауам итә https://bash.news/news/115808_koronovirus_bt_donya_bujlap_taralyuyn_dauam_it/?lang=bash
08 фев 2020, 23:43

Ихатаға ингәндә махсус пост аша үтергә тура килә. Температура юғары булһа, биләмәгә индермәйҙәр. Ҡәтғи режим Ҡытайҙың барлыҡ провинцияларында ғәмәлдә. Шанхайҙа йәшәүсе яҡташыбыҙ Сөмбөл Садиҡова ла карантин иғлан ителеү сәбәпле, уҡыу йортона йөрөмәй, белемен өй шарттарында камиллаштыра.

Сөмбөл Садиҡова, Шанхайҙа белем алыусы студент: “Короновирус йоғоуы беҙҙе бер нисек тә ҡурҡытмай, сөнки тышҡа сыҡҡан кеше юҡ. Булһа ла бөтәһе лә битлектәр менән йөрөйҙәр. Һәм ҡайҙа ғына инмәһәң дә, һинең температураңды үлсәгәндән һуң ғына эскә индерәләр. Ҡытайҙа әле ауырыу кешеләрҙе дауаханан башҡа бер ҡайҙа индермәйҙәр”.

Блогер Артур Иҙелбаевтың улы Ирхан Ҡытайҙа киҫкен инфекция таралыуға бәйле ваҡытлыса Тайландҡа күсенгән. Әлегә Ҡытайҙа коронавирус утыҙ меңдән ашыу кешегә йоҡҡан, һәләк булыусылар һаны ла арта. Инфекцияның ике тиҫтәнән ашыу илдә таралыуы күҙәтелә.

Артур Иҙелбаев, эшҡыуар, блогер: “Ҡытайҙа бер миллиард өс йөҙ мең кеше йәшәй ҙә, ул Ҡытай өсөн аҙ тип һанарға ярамай. Ҡарарға кәрәк вирустың таралыу тиҙлегенә. Көн һайын 3-4 мең сирле табыла. Көн һайын алтмыштан алып йөҙгә тиклем кеше үлә”.

Хәйер, коронавирус Ҡытайға тәүгә генә мәшәҡәт өҫтәмәй. 2002 йылда атипик пневмония менән 8 меңдән ашыу кеше зарарланған, уларҙың 10 проценты вафат булған. Инфекцияның ай ярым эсендә йәшен тиҙлегендәй таралған яңы тибы үлем осраҡтарын, дауалауға киткән сығымдарҙы йәнә арттыра. Урындағы власть Хубэй провинцияһында ауыр сирле пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыуға 28 миллион ярым доллар бүлгән. Күрше республиканы Рәсәй ҙә гуманитар ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Ике миллион медицина битлеге ебәреләсәк.

Марсель Тойғонов, микробиолог, БДМУ-ның кафедра мөдире, профессор: “Был вирус ошо биш-алты йыл һайын ҡабатланып тора, кешелек ошондай эпидемияларға әҙер түгел. Ҡытай үҙе битлектәр етештерһә лә, унда бөгөн был тауар етмәй, ер шарынан эҙләп, кире Ҡытайға һаталар”.

Ҡытайҙа түгел, был тауарға Өфө дарыуханаларында ла ҡытлыҡ һиҙелә. Пенсионер Нәзир Басимов эҙләй торғас, битлекте өсөнсө учреждениела ғына таба.

Нәзир Басимов, Өфөлә йәшәүсе: “Хаҡ ҡиммәт түгел, 25 һум тора биш битлек. Ә былай башҡа дарыуханаларға ингән инем, бөтөнләй юҡ ине”.

Рейд һөҙөмтәләре ҡыуандырмай. Ҡайһы бер фармацевтика ойошмаларында медицина битлектәре, ысынлап та, юҡ. Булһа ла, күп осраҡта дәүләт стандарттарына тура килмәй.

Гөлнур Ҡолһарина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Халыҡ контроле" федераль проектының башҡортостан бүлексәһе етәксеһе: “Вирусҡа ҡаршы препараттарға килгәндә, Мәскәүҙән ебәрелгән исемлеккә ингән препараттар дарыуханаларҙа булмай сыҡты. Дарыуханаларҙа тик телевидение, радиола аша рекламаланған, хаҡтары ҡиммәтле вирусҡа ҡаршы препараттар ғына бар”.

Радиолағы рекламаға килгәндә, бер нисә препаратты коронавирусты дауалауға һәләтле тип пропагандалай башланылар. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, халыҡты нисек тә булһа алдап, тауарҙы һатыу юлдарын эҙләйҙәр. Шул уҡ медицина битлектәрен алайыҡ, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ул 35-70 тапҡырға ҡиммәтләнгән. Хәйер, ил етәксеһе халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, хаҡтар менән уйнаусыларға ҡаршы көрәш иғлан итте.

Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Думаһы депутаты: “Ил президенты Владимир Путиндың бындай дарыуханаларҙың лицензияларын алыуҙы һыҙыҡ аҫтына алды. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Думаһында бына ошондай осраҡтарҙы сикләгән закон проекты әҙерләнде. Әлеге көндә ул төрлө ведомтсволар менән килешеү процедураларын үтә һәм тиҙҙән Дәүләт Думаһына индереләсәк”.

Ҡытай яңы коронавирустың штаммын бирергә ашыҡмай, ә был үҙ сиратында Рәсәй ғалимдарына вакцина әҙерләү мөмкинлеген сикләй. Фантазияға сиктәр юҡ тигәндәй, сирҙе ҡорот, һарымһаҡ, һуған менән дауаларға мөмкин тигән имеш-мимештәр ҙә халыҡ араһында тиҙ таралды. Профилактик саралар уйлап сығарып килем алыусылар ҙа етерлек.

Кеше ҡайғыһында аҡса эшләргә күнеккән йүнселдәр был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай. Медицина битлектәре интернет киңлектәрендә лә күпләп һатыла башланы, һаҡлау сараһы булараҡ хатта противогаздар, махсус кейемдәр тәҡдим ителә. Дезинфекция хеҙмәттәре лә үҙен коронавирусҡа бәйләп рекламалай. Ә инде шарлатандар өсөн был сир хазина тиерһең, өшкөртөлгән һыу, тылсымлы бетеүҙәр һатыуға ҡуйылған.

Рәсәйҙә коронавирус таралыуға бәйле төрлө фейк-хәбәрҙәр, видеояҙмалар ҙа осратырға мөмкин. Күптәр был ысул менән блог, социаль селтәрҙәрендә уҡыусылар һанын арттырырға тырыша. Карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаев билдәләүенсә, проблемаға етдирәк ҡарарға кәрәк. Үҙенең бер нисә ижади эшендә лә ул тап был инфекция менән көрәште һүрәтләй. Әйтәйек, тәүгеһендә Ҡытай президенты ил символы – аждаһаны күтәргән. Мәғәнәһе – әлегә был йән эйәһе ауырый. Икенсеһендә – кешеләр яңы штамм менән алышҡа сыҡҡан.

Камил Буҙыҡаев, карикатура оҫтаһы: “Кешелек үҙен ер шарында хужа тип тоя башланы, ә бер вирусҡа ҡаршы тора алмай. Абсурдҡа тиклем барып етте был хәл, кемдер аҡса эшләй, икенселәр хайп яһай. Әммә көлкөгә һалырға ярамай барыһын да, үҙеңде һаҡларға кәрәк”.

Ҡытайҙан Башҡортостанға ҡайтҡан һуңғы ике рейс пассажирҙары анализдар тапшыра, бәхеткә, уларҙа коронавирус табылмай. Шулай ҙа уларҙың күбеһе менән таныштары, хатта туған тейеш кешеләре лә осрашыуҙан баш тартҡан. Хәүефле вирус менән көрәшеү беҙҙә әлегә ни бары ситләшеү кимәлендә генә

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Короновирус бөтә донъя буйлап таралыуын дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет