Шипы билдәһе тураһында законды кире ҡайтарырға йыйыналар

Шипы билдәһе тураһында законды кире ҡайтарырға йыйыналар https://bash.news/news/115809_shipy_bilde_turaynda_zakondy_kire_ajtaryra_jyjynalar/?lang=bash
08 фев 2020, 23:45

Сәғәт телдәре менән булашып туҡтағайнылар депутаттар, хәҙер күрәһең, ваҡыт шипы билдәһенә. Йә алып ташлайҙар шул бер өсмөйөштө, йә кире ҡайтарып аҙапланалар. Әле күптән түгел генә шипы билдәһен йәбештермәһәң дә була тип закон сығарғайнылар, был аҙнала яңынан ҡайтарайыҡ тип яр һалдылар. Ул ғына ла түгел , сөйлө тәгәрмәстәр менән тиҙлекте сәғәтенә 60 километрҙан да арттырыуҙы тыйырға уйлайҙар. Йәнәһе лә, шиптар асфальт ҡатламын юҡҡа сығара. Таушалған юлдарҙы рәткә килтереү өсөн йыл да миллиардлап аҡсалар китә. Йәғни, таптылар илдәге юлдарҙың сифаты насар булыуы, тиҙ туҙыу сәбәбен. БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов сөйлө һәм сөйһөҙ тәгәрмәстәрҙе сағыштырҙы.

Бөгөн Өфөнөң күп кенә урамдарында колеялы урындарҙы тап итергә мөмкин. Бындай күренеш ҡала үҙәге өсөн дә ят түгел. Автомобилдәр күплегенән Ленин урамында ла тәрән соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Колеяларҙы тикшереүсе Йәлил Кәримов әйтеүенсә, урыны менән тәрәнлек 6 сантиметрға етә. Әлбиттә, был бер ниндәй стандарттарға ла яуап бирмәй. Шунлыҡтан бындай участкаларҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында иҫкәртмәләр бирелә.

Юлдағы колеялар фажиғәле хәлдәргә килтереүе бер кемгә лә сер түгел. Ике-өс йыл элек бындай авариялар Октябрь проспекты менән Ауыл Богородский урамында айырыуса йыш теркәлде. Ялыу менән судҡа мөрәжәғәт итеүсе водителдәрҙең арта барыуын иҫәпкә алып ҡала властары ваҡытлыса булһа ла асфальттың өҫкө ҡатламын фрезларға тотондо.

Ҡыш көндәре булыуға ҡарамаҫтан Өфөләге ойошмаларҙың береһе юлдарҙың сифатын тикшереүгә ҙур иғтибар бүлә. Иң тәүҙә белгестәр ҡырҡып алынған асфальт киҫәгенең ҡалынлығын үлсәй, һуңынан составты тикшереү өсөн лабораторияға оҙата. Анализ һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә. Бер үк ваҡытта ҡышҡы тәгәрмәстәр ҙә колеяларҙың барлыҡҡа килеүендә үҙ өлөшөн индерә. Һәр хәлдә Мәскәүҙәге бер төркөм белгестәр шундай фекергә килгән. Шуның өсөн дә улар шипланған тәгәрмәстәрҙе бөтөнләй тыйыу мәсьәләһе күтәрелгән.

Владимир Островский, Мәскәү ҡалаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ департаменты етәксеһе урынбаҫары: “Шипланған тәгәрмәстәр боҙ өҫтөндә коньки кеүек. Мәскәүҙә уларҙың кәрәге юҡ. Ҡаланың нисек таҙартылыуын күреп тораһығыҙ. Ә еүеш һауа шарттарында ҡышҡы тәгәрмәстәрҙән юлдар ныҡ таушала. Шунлыҡтан беҙгә өс йыл һайын асфальттың өҫкө ҡатламын яңыртырға тура килә. Әгәр иғтибар итһәгеҙ, юлдарҙағы колея күберәк ситке һул яҡ һыҙатта барлыҡҡа килә. Ә унан башлыса, тәгәрмәстәре шипланған еңел автомобилдәр елдерә”.

Әммә Рәсәй бер Мәскәү менән генә сикләнмәй. Шуға ла бындай тәҡдимде индерер алдынан башҡа субъекттарҙың да климат шарттарын иҫәпкә алырға кәрәктер. Сөнки илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр быйыл ҡарһыҙ интекһә лә, Башҡортостан кеүек төбәктәр күптән инде аҡ юрғанға төрөнгән.

Депутаттар ҡатнашлығында үткән һөйләшеү барышында "Автодор" компанияһы вәкилдәре төбәктәргә ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе ҡулланыу ваҡытын үҙҙәренә билдәләргә һәм шипланған автомобилдәр өсөн тиҙлекте кәметеү тәҡдимен индерҙе. Эксперттар билдәләүенсә, юғары тиҙлек рөхсәт ителгән юлдарҙы юлдарҙың 90 проценты ҡышҡы осорҙа зыян күрә. Әммә Өфөләге шиномонтаж етәксе Салауат Ғирфанов бындай фекер менән килешмәй. Уның әйтеүенсә, асфальтты шипланған тәгәрмәстәр түгел, ә климат шарттарына тап килмәгән технологиялар боҙа.

Йыл һайын Рәсәйҙә асфальт ҡатламын тергеҙеүгә 220 миллиард һумға тиклем финанстар йүнәлтелә. Шуларҙың дүрттән бер өлөшө шипланған тәгәрмәстәрҙән зыян күргән участкаларҙы төҙөкләндереүгә китә тигән мәғлүмәт бар. Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда үлемесле юл-транспорт фажиғәләре кәмемәй. Статистиканан күренеүенсә, бар аварияларҙың өстән бер өлөшөнә сифатһыҙ юлдар сәбәпһеҙ булған.

Белгестәр юлдағы проблемаларҙы булдырмаҫ өсөн ҡышҡы тәгәрмәстәрҙә йөрөү ҡағиҙәһен боҙоусыларға штраф һалырға тәҡдим итә. Улар шулай уҡ "Ш" хәрефе яҙылған билдәне ҡайтарыу мәсьәләһен дә күтәрә. "Түңәрәк өҫтәл" артында күтәрелгән ошо һәм башҡа тәҡдимдәр артабан Дәүләт Думаһының эшсе төркөмөнә оҙатылған. Депутаттар юлдарҙың торошон һаҡлауға йүнәлтелгән үҙгәрештәрҙе ентекләп өйрәнгәндән һуң закон проекты әҙерләгә ниәтләй.

Автор: И.Байбулатов.

Шипы билдәһе тураһында законды кире ҡайтарырға йыйыналар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет