Башҡортостанда грипп эпидемияһына бәйле күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар сикләнә

Башҡортостанда грипп эпидемияһына бәйле күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар сикләнә https://bash.news/news/115910_bashortostanda_gripp_epidemiyayna_bjle_kmk_keshe_atnashlyynday_saralar_sikln/?lang=bash
10 фев 2020, 19:00

Әммә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө мотлаҡ билдәләнәсәк. Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ һәм эш шарттарын яҡшыртыу, социаль контракт проектының яңы мөмкинлектәре, «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле һорауҙар ҡаралды. Улар хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Коронавирус республикала теркәлмәгән, әммә мәғариф учреждениеларының бер өлөшө, йәғни 171 мәктәп һәм 10 балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Был Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар һаны артыуға бәйле. Әле 28 меңгә яҡын кеше, уларҙың күбеһе балалар. Радий Хәбиров күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы сикләргә ҡушты, 23 февралдән башҡа.

Тағы бер мөһим яңылыҡ – «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыуға 2 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Быйыл бөтәһе 390 ихатаны төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү ҡаралған. Һәммәһе 2 мең 600 эскәмйә, 2 мең тирәһе яҡтырыу ҡоролмалары, 573 видео күҙәтеү камералары ҡуйыу ҡаралған. Ихаталарҙың дизайн-проекттары асыҡ, халыҡ таныша алырлыҡ булырға тейеш, тине Радий Хәбиров

Борис Беляев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: “Беҙ программаны тормошҡа ашыра башларға әҙер. Халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙек, йорт хужаларының теләктәре иҫәпкә алынасаҡ. 1 марттан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәре лә аукцион майҙандарына сыға”.

Социаль тармаҡта ла яҡшы яңылыҡ бар, адреслы ярҙам менән ҡулланыусыларға яңы мөмкинлектәр асыла.

Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостан социаль контракт буйынса тәжрибә майҙансығы иғлан ителгән, был үҙ сиратында федераль финанслауҙы йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Икенсенән адреслы социаль ярҙамдың төрҙәре лә арта. Әммә хәҙер программаның асылы бер аҙ үҙгәрә, төп маҡсат матди ярҙам түгел, ә аҡса эшләргә өйрәтеү. Йәғни, балыҡ урынына ҡармаҡ тотторола.

Мәҫәлән, белемеңде камиллаштырыу йәки һөнәр алыу өсөн дәүләттән 15 мең һумға тиклем ярҙам алырға мөмкин. Шәхси хужалыҡты күтәреүгә 50, бизнес асыуға 100 мең һумға тиклем аҡса юлларға була.

Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: “Әгәр ҙә элек йылына республика ҡаҙнаһынан 40-50 миллион һум аҡса бүленһә, хәҙер был сумма күпкә арта. Конкурста еңеү яулау һәм тәжрибә майҙансығы булыу арҡаһында беҙгә федераль бюджеттан да финанслау бүленә. Өс йылға миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Был Башҡортостанда социаль ярҙамды алыусылар һанын арттырасаҡ”.

Кәңәшмәлә полиция хеҙмәткәрҙәренең йәшәү һәм эш шарттарын яҡшыртыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Өфөлә генә патруль посы хеҙмәткәрҙәренең өстән бер өлөшө торлаҡһыҙ. Бынан тыш, полиция пункттарының күбеһендә ремонт талап ителә. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Республика башлығы билдәләүенсә, халыҡтың именлеген тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһе булып тора. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге һағында тороусыларға уңайлы эш шарттары тыуҙырыу ҙа иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Автор: Р.Кәримова.

Башҡортостанда грипп эпидемияһына бәйле күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар сикләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет