Ейәнсурала башҡорт теле йылы үҙенсәлекле сара менән асылды

Ейәнсурала башҡорт теле йылы үҙенсәлекле сара менән асылды https://bash.news/news/115921_ejnsurala_bashort_tele_jyly_enslekle_sara_menn_asyldy/?lang=bash
10 фев 2020, 19:27

Район мәҙәниәт йортонда бер юлы өс китаптың исем туйы үтте. Төбәк ижадсылары баш ҡаланан ситтә лә профессиональ ижад менән шөғөлләнеп булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Тулыраҡ сираттағы яҙмала.

Шиғри атамалы кисәгә бар райондан әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды. Яңы китап авторҙары – төрлө һөнәр кешеләре: уҡытыусы, журналист, ауыл хакимиәте башлығы. Тик уларҙың һәр береһе ижады менән республика кимәлендә танылыу тапҡан. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Президенты Гранты еңеүсеһе Земфира Аҡбутина бишенсе китабын ҡулына алған. Һуңғы йылдарҙа ул Ейәнсура районында әүҙем эшләп килгән «Үҫәргән» әҙәби ижад берекмәһен дә етәкләй.

Земфира Аҡбутина, шағирә, Башҡортостан республикаһы мәғариф алдынғыһы: “Бала саҡты иҫкә төшөрөп, уҡыусыларға фәһемле булырҙай әҫәрҙәр яҙа башланым. Башта ул бәләкәс-бәләкәс хикәйәләр булып башланды, повесть кимәленә барып етте”.

Оҙаҡ йылдар Ейәнсура районы Үтәғол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Сабит Фазлыев әҙәбиәткә роман менән килеп инде. Сәйәси золом йылдарын сағылдырған «Ҡара этап» эпик әҫәре тәүҙә «Ағиҙел» журналында сыҡты, аҙаҡ айырым китап булып донъя күрҙе.

Сабит Фазлыев, яҙыусы, Үтәғол ауыл хакимиәте башлығы: “Был роман бик оҙаҡ яҙылды – ун ике йыл. Мин был ваҡытта уҡытыусы, завуч булып эшләнем. Был китаптың эсендә бик күп ваҡиғалар ята. Бушҡа ғына трилогия итмәгәнмен, тим”.

Ейәнсура ҡыҙы Гөлнур Ҡыуатова киң йәмәғәтселеккә оҫта телле журналист ҡына түгел, бик күп популяр йырҙар авторы булараҡ та билдәле. Уның ике йөҙләп шиғырына көй яҙылған. «Тик һөйөүҙән тора йөрәгем» шиғри йыйынтығы бер мең тираж менән баҫылып, бер ай эсендә һатылып та бөткән.

Ижад емеше, күрһәткесе булып китап баҫылып сыға икән, шатлыҡлы ваҡиға, һәм ошо сара менән башҡорт теле йылының асылып китеүе минең өсөн ҙур мәртәбә.

Кисәлә Ейәнсура ижадсыларының шиғырҙары, йырҙары яңғыраны, халыҡ театрҙары китаптарҙан өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәтте. Өс китаптың исем туйы менән башланып киткән башҡорт теле йылы Ейәнсурала ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Һәр ай дәүләт теле, ижад теле, әсә теле, ғаилә теле, тарих теле ише айырым темаларға арналып, төрлө саралар үтәсәк.

Автор: Рәйсә Абдуллина.

Ейәнсурала башҡорт теле йылы үҙенсәлекле сара менән асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет