Яҡташыбыҙ «Рәсәй» телеканалындағы вокал конкурсында иң күп мәрәй йыйҙы

Яҡташыбыҙ «Рәсәй» телеканалындағы вокал конкурсында иң күп мәрәй йыйҙы https://bash.news/news/115922_yatashyby_rsj_telekanalynday_vokal_konkursynda_i_kp_mrj_jyjy/?lang=bash
10 фев 2020, 19:28

«Рәсәй» телеканалында барған «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» бәйгеһен бер юлы 100 жюри ағзаһы баһалай. Проект тарихында тәүгә иң юғары баһа алған Азалия Ғәйнетдинова испан телендә йыр башҡарҙы.

27 йәшлек ҡыҙ Салауат ҡалаһында йәшәй. Быға тиклем Азалия “Йондоҙло академия” һәм “Өфө тулҡыны” конкурстары финалисы булған. Шулай булһа ла йырсы сәхнәгә сығыр алдынан тулҡынланғанын йәшермәне.

Азалия конкурстың финалына үтте, артабан ул проект кубогы һәм бер миллион һум өсөн һынау тотасаҡ. Шулай уҡ конкурста беренсе урын алған йырсыға быйыл йәй үтәсәк халыҡ фестивалендә сығыш яһау хоҡуғы бирелә.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Яҡташыбыҙ «Рәсәй» телеканалындағы вокал конкурсында иң күп мәрәй йыйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет