Бүздәктәр «Зарница» уйынында көс һынашты

Бүздәктәр «Зарница» уйынында көс һынашты https://bash.news/news/115925_bzdktr_zarnicza_ujynynda_ks_ynashty/?lang=bash
10 фев 2020, 19:32

Ҡасандыр онотолған уйын йәнә тергеҙелә, быйыл ул төбәктә икенсе тапҡыр ойошторолған. Ярыштың шарттары, спорт төрҙәре лә бер аҙ үҙгәрештәр кисергән. Бәйгелә 5-8 класс уҡыусылары ҡатнашты. Ҡыҙыу уйынды беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

9 отрядтан торған саф Бүздәк ауылы урамдары буйлап үтте. Хәүефһеҙлек тәү сиратта. Уҡыусылар маршы үткән урамдарҙы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юғары синыф уҡыусылары менән ваҡытлыса ябып торҙо. Хәрби йырҙар сараға айырым бер тантана өҫтәне. Командалар стадион биләмәһенә йыйылды.

Хәрби кәйефтәге уҡыусыларҙы һалҡын һауа торошо ла ҡурҡытманы. Сафҡа теҙелеп командирға рапорт биргәндән һуң командалар стартҡа сыҡты. Алда ҡатнашыусыларҙы 9 дисциплина көтә ине.

Уҡыусылар медицина һорауҙарына яуап бирҙе. Аптечка эсендәге дарыу кәрәк-яраҡтарын тикшерҙе. Унда беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыу, бинттар булырға тейеш.

Бүздәк ауылының 1-се урта мәктәбендә 552 бала белем ала. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү - һәр шәмбе тематик саралар үткәреү өсөн уңайлы, ти мәктәп директоры.

«Санала яралыларҙы ташыу», «Ҡапҡан», «Хәрби дәрәжәләрҙе билдәләү». Һәр команданың маршрут ҡағыҙында «Зарница» уйынына хас традицион һынауҙар. Ә этаптарҙы үтеү өсөн төп талап – тиҙлек һәм зирәклек.

Бәйгенән һуң стадион биләмәһе шат тауыштарға күмелде. Жюри ағзалары ярыш һөҙөмтәләрен баһалаған ваҡытта балалар өсөн ялан кухняһы эшләне.

Иң отҡор команданың исеме есеменә тап килеп тора. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса «Еңеү» отряды башҡаларға ҡарағанда күберәк мәрәй йыйҙы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар уңыштың сере команданың берҙәмлегендә икәненә үҙ миҫалында инанды.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бүздәктәр «Зарница» уйынында көс һынашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет