Республикала йыл аҙағынаса социаль әһәмиәттәге 47 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Республикала йыл аҙағынаса социаль әһәмиәттәге 47 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ https://bash.news/news/115940_respublikala_jyl_aaynasa_social_mittge_47_obekt_fajalanyua_tapshyrylasa/?lang=bash

Башҡортостан Хөкүмәтенең төҙөлөш блогы 31 мартҡа тиклем быйыл сафҡа индереләсәк йорттарҙың һуңғы графигын тәҡдим итергә тейеш. Республика етәксеһе "Төҙөлөш сәғәте" форматындағы кәңәшмәлә шундай бурыс ҡуйҙы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, атап үтелгән датанан һуң ваҡытты кисектереү булмаясаҡ. Йыл аҙағына тиклем төбәктә социаль әһәмиәттәге 47 объект файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Шуларҙың береһе һаналған Өфө районы "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексындағы ике йорт йорт март аҙағында әҙер буласаҡ.

Бынан тыш, баш ҡаланың Менделеев урамында төҙөлмәй торған "Меркурий" йортонда ла эштәр башланған. Ултырышта шулай уҡ йорттар төҙөгәндә мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закондардағы үҙгәрештәр тураһында ла һүҙ барҙы.

Республикала йыл аҙағынаса социаль әһәмиәттәге 47 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет