Бөгөн төндә Мәләүез ҡалаһында көрттә ятҡан, өшөгән 2 йәшлек бала табылған

Бөгөн төндә Мәләүез ҡалаһында көрттә ятҡан, өшөгән 2 йәшлек бала табылған https://bash.news/news/116001_bgn_tnd_mlez_alaynda_krtt_yatan_shgn_2_jshlek_bala_tabylan/?lang=bash
11 фев 2020, 15:40

Был мәғлүмәт урындағы социаль селтәрҙәрҙә сыҡты. Сабый 25 градус һалҡында тышта булған саҡта ата-әсәһе өйҙә йоҡлап ятҡан. Һаулығы ауыр хәлдәге малай урындағы дауаханаға оҙатылған.

Бөгөн төндә Мәләүез ҡалаһында көрттә ятҡан, өшөгән 2 йәшлек бала табылған
Бөгөн төндә Мәләүез ҡалаһында көрттә ятҡан, өшөгән 2 йәшлек бала табылған

Мәләүез районы тәфтишселәре мәғлүмәте буйынса, ғаилә ҡалаға яңы ғына күсеп килгән, хәүефле төркөм тигән махсус иҫәптә тормаған. Әле бала яһалма тын алыу ҡорамалына тоташтырылған. Иртәгә уны Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү планлаштырылған.

Юлдаш
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет