Мәләүездә ике йәшлек бала яңғыҙы тышта ҡала

Мәләүездә ике йәшлек бала яңғыҙы тышта ҡала https://bash.news/news/116012_mlez_alaynda_uramda_2_jshlek_bala_tabylyuy_turaynda_xbr_itkjnek/?lang=bash
11 фев 2020, 16:15

Мәләүез ҡалаһында урамда 2 йәшлек бала табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Район-ара тәфтиш бүлеге “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше һаулығына ауыр зыян килтереү”, “Хәүефкә дусар итеү” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Мәләүездә ике йәшлек бала яңғыҙы тышта ҡала
Мәләүездә ике йәшлек бала яңғыҙы тышта ҡала

Полиция хеҙмәткәрҙәре сабый табылған урынды, ғаиләнең торлаҡ-көнкүреш шарттарын тикшерә. Тәфтишселәр баланың әсәһенән һәм ғаиләнең яҡын туғандарынан һорау ала. 2 йәшлек малайҙың тышта яңғыҙ ҡалыу сәбәптәре асыҡлана, суд-медицина экспертизаһы үткәрелә. Әле бала яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Иртәгә уны Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү планлаштырыла. Әйткәндәй, бөгөн төндә Мәләүездә 25 градус һалҡын булған.

Юлдаш
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет