Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы

Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы https://bash.news/news/116033_radij_xbirov_bjk_vatan_uyshy_veterandaryna_eee_75_jyllyyna_arnalan_mialdar_tapshyry/?lang=bash
11 фев 2020, 20:04

Башҡортостанда иҫтәлекле билдә 22 мең ветерандың күкрәген биҙәйәсәк. Тәүге наградаларҙы яугирҙар республика йортонда ҡабул итте.

18 йәшендә үк артиллерия полкында радист булып һуғышҡа ингән Сәғит Ишбирҙин әле лә ҡулынан элемтә сараларын төшөрмәй. Яугир 95 йәшендә лә заманса гаджеттар менән уртаҡ телде тиҙ таба. Иҫтәлеккә фотоһүрәт төшөрә. Республика етәксеһе менән көн дә осрашып тормайбыҙ, ти Сәғит Ғәтиәтович .

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 3-сө дәрәжә Дан ордены, «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн», «Берлинды алған өсөн. Сәғит Ишбирҙиндың наградаларын һанап бөтөрлөк түгел. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе тыныс тормоштағы ҡаһарманлығы өсөн.

Осрашыуға саҡырылған ветерандар күкрәгендә орден, миҙалдарҙан урын да юҡ. Уларҙың һәр береһе китап яҙырлыҡ тарих һөйләй. Ләкин Еңеү яҙын һанап барыусылары айырыуса ҡәҙерле, ти яугирҙар. Бөгөн был наградалар йылъяҙмаһын Еңеүҙең 75 йыллығына арналғаны тулыландырҙы.

Осрашыу һуңында иҫтәлеккә фото. Ләкин айырылышыу оҙаҡҡа түгел. Өс айҙан һуң республика етәксеһе ветерандарҙы тағы көтөп ҡала. Радий Хәбиров яугирҙарҙы Еңеү парадын ҡабул итергә саҡырҙы.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову