Өфө районындағы шифаханаға короновирус менән сирләүселәр һалынмай

Өфө районындағы шифаханаға короновирус менән сирләүселәр һалынмай https://bash.news/news/116054_f_rajonynday_shifaxanaa_koronovirus_menn_sirlselr_alynmaj/?lang=bash
11 фев 2020, 23:23

Был турала бөгөн белгестәр урындағы халыҡ менән осрашыуҙа белдерҙе.

Улар аңлатыуынса, Нижегородка ауылындағы профилакторийҙа Ҡытайҙан килеүселәр өсөн обсерватор буласаҡ. Әле сит ил туристары федераль үҙәккә оҙатыла. Әгәр ҙә урындар етмәй башлаһа, Ҡытайҙан ҡайтыусылар төбәктәргә йүнәлтелә. Туристарҙың һаулығын күҙәтеүсе пунктар бөгөн Рәсәйҙең бар субъекттарында ла асылған. Башҡортостанда ул Өфө эргәһендәге шифаханала ойошторолған. Әммә урындағы халыҡ быға ҡаршы сыҡҡан.

Урындағы халыҡ менән ҡытайҙан килеүселәр араһында бәйләнеш булмаһын өсөн етди саралар ҡаралған. Шифаханалағы пункт карантинлы тип иҫәпләнәһә лә, унда сәләмәт кешеләр генә ятасаҡ. Бындай сара страховкалауҙың бер юлы, ти белгестәр. Шифаханала йәшәү һәм туҡланыу ҡытайҙан килеүселәр өсөн бушлай буласаҡ.

Дауалау курстары ҡаралмаған. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы тәүләк әйләнәһенә күҙәтеп, тән температураларын ғына үлсәп торасаҡ. Әле профилакторий ғәҙәти режимда эшләһә лә буш тиерлек.

Өфө районындағы шифаханаға короновирус менән сирләүселәр һалынмай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет