Салауат ҡалаһында төҙөкләндерелгәндән һуң яңы балалар поликлиникаһы асылды

Салауат ҡалаһында төҙөкләндерелгәндән һуң яңы балалар поликлиникаһы асылды https://bash.news/news/116057_salauat_alaynda_tklnderelgndn_u_yay_balalar_poliklinikay_asyldy/?lang=bash
11 фев 2020, 23:33

1990 йылда төҙөлгән медицина учреждениеһында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән булған. Дүрт ҡатлыҡ бинаны яңыртыу бер йыл дауам иткән. Ремонтҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

«Һаҡсыл поликлиника» проекты сиктәрендә үҙгәртеп ҡоролған бинала хәҙер ябыҡ урындар юҡ. Заманса проект медицина хеҙмәткәрҙәре менән пациенттарҙың мөғәләмәһен яҡшыртыуҙан тыш, табипҡа инеүҙе көтөү ваҡытын да кәметәсәк. Электрон сират, төҫлө навигация, һәр ҡаттың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптары буйынса сағыу төҫтәргә биҙәлеүе ремонт эштәренең сифатлы башҡарылыуына ишаралай.

Салауат ҡалаһында төҙөкләндерелгәндән һуң яңы балалар поликлиникаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет