Бөгөн Республика балалар клиник дауаханаһында баланың баш мейеһендәге патологик сығанаҡты алыу буйынса операция яһалды

Бөгөн Республика балалар клиник дауаханаһында баланың баш мейеһендәге патологик сығанаҡты алыу буйынса операция яһалды https://bash.news/news/116058_bgn_respublika_balalar_klinik_dauaxanaynda_balany_bash_mejeendge_patologik_syanaty_alyu_bujynsa_operaciya_yaaldy/?lang=bash
11 фев 2020, 23:35

Уникаль әмәлиәтте Өфөлә хәҙер инде бер нисә йыл дауамында эшләйҙәр. Ауырыуҙың үҙенсәлеге һәм дауалау юлдары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Сикәһендә барлыҡҡа килгән патология эпилепсия өйәнәгенә килтерә. Ауырыуҙың бер нисә төрө бар, уларҙың береһе медикаменттар ярҙамында дауаланмай. Был осраҡта хирургик ярҙам талап ителә. Операция өҫтәлендә ятҡан бала әлеге сир менән ете йыл яфаланған.

Неврология ауырыуы балалар араһында йыш осрай, ти табип Айрат Тимершин. Эпилепсияның был төрөн оҙайлы тикшереүҙәр үткәргәндән һуң ғына асыҡларға мөмкин.

Айрат Тимершин, Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: “Тикшереүҙәр ваҡытында патология зонаһы билдәләнә. Ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә генетик формалар, баш мейеһенең үҫешеп етмәүе һәм яман булмаған шеш сәбәпсе була ала”.

Микрохирургия операциялары ярҙамында бындай патологиялар алып ташлана. Операция бүлмәһе микрохирургия техникаһы, операция микроскоптары, ультратауыш аспираторы һәм навигация ҡорамалы менән йыһазландырылған.

Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә бындай операциялар йылына яҡынса 12 балаға яһала. Патологик урынды алғандан һуң пациент тартышыуға ҡаршы дарыуҙар ҡулланыуҙан ҡотола. Әмәлиәттән һуң бала 7- 10 көндән һуң аяҡҡа баҫа.

Айрат Тимершин, Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: “Операциянан һуң пациент невролог һәм эпилептолог күҙәтеүе аҫтында була. Шулай уҡ контроль тикшереүҙәр үткәрәбеҙ. Бер аҙ ваҡыттан һуң ауырыу дарыу эсеүҙән туҡтай һәм ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайта”.

Хирургиҡ ҡыҫылыштан һуң пациенттарҙың яҡынса 80 проценты эпилепсия өйәнәгенән ҡотола. Бындай операцияларға ихтыяж ҙур.

Әммә күптәр дауалауҙың бындай ысулын белмәй, сит төбәктәргә йүнәлтмә ала. Ә сирҙа үҙебеҙҙә лә дауалап була, тип билдәләй белгестәр.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бөгөн Республика балалар клиник дауаханаһында баланың баш мейеһендәге патологик сығанаҡты алыу буйынса операция яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет