Бөгөн Өфөлә йәшәүселәр ҡан баҫымын үлсәүсе приборҙарҙы бушлай тикшертә алды

Бөгөн Өфөлә йәшәүселәр ҡан баҫымын үлсәүсе приборҙарҙы бушлай тикшертә алды https://bash.news/news/116059_bgn_fl_jshselr_an_baymyn_lsse_priborary_bushlaj_tikshert_aldy/?lang=bash
11 фев 2020, 23:35

«Ышаныслы һәм сәләмәт бул» акцияһы республикала өсөнсөгә уҙғарыла. Тонометрҙы ни өсөн тикшерергә кәрәк? БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева асыҡланы.

Тонометрҙа ҡан баҫымы кимәлен 155-те күрһәткән. Миләүшә Сәфәрғәле ҡыҙы приборҙың төҙөклөгөнә шикләнеп уны тикшертергә килтергән. Белгестәр ҡарағандан һуң, ысынлап та, етешһеҙлек табылды.

Механик менән сағыштырғанда электрон тонометр уңайлы. Төймәһенә баҫыу менән ҡан баҫымы, йөрәк тибеше күрһәткестәре экранда сағыла. Әммә прибор йыш ҡына боҙолоусан, бигерәк тә иҫкеләрендә тайпылыштар асыҡлана.

Александр Абрамов, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге инженеры: “Манжеттары һәм тоташтырыусы трубкалары боҙола. Метрология приборҙары ярҙамында тонометрҙы тикшерәбеҙ. Артыҡ ныҡ иҫкерһә алмаштырырға кәңәш итәбеҙ”.

Тонометрҙарҙы бушлай тикшертеү республикала өсөнсөгә уҙғарыла. Акция бар федераль округтарҙа ойошторола. Быйыл килеүселәргә брошюралар ҙа таратылды.

Үлсәү ҡоролмаларын даими рәүештә тикшереп тороу мөһим, сөнки уның күрһәткестәре йөрәк-тамыр сирҙәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. Ә боҙок медицина техникаһын ҡулланыу ниндәй эҙемтәләргә илтеүен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Өфөлә йәшәүселәр ҡан баҫымын үлсәүсе приборҙарҙы бушлай тикшертә алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет