Башҡортостанда ауыл спорт уйындары сиктәрендә хоккей буйынса зона ярыштары үтте

Башҡортостанда ауыл спорт уйындары сиктәрендә хоккей буйынса зона ярыштары үтте https://bash.news/news/116064_bashortostanda_auyl_sport_ujyndary_siktrend_xokkej_bujynsa_zona_yaryshtary_tte/?lang=bash
11 фев 2020, 23:43

Мәсәғүт, Раевка, Иглин, Асҡар һәм башҡа район үҙәктәрендә ойошторолған турнирҙарҙа дүрт тиҫтәнән ашыу команда көс һынашты. Урал аръяғында урынлашҡан төбәк хоккейсылары Әбйәлил районына йыйылды.

Юл сығымдарын кәметеү маҡсатында йыл һайын республикала хоккей турниры зоналарға бүленеп ойошторола. Һуңынан еңеү яулаған ауыл командалары финалда Башҡортостан чемпионын асыҡлай. Былтыр Раевкала уҙған хәл иткес ярыштарҙа Ҡырмыҫҡалы районы хоккейсылары алтын миҙалға эйә булғанйы. Саҡмағоштар һәм Әбйәлилдәр икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Быйыл да беренселек өсөн уйындар көсөргәнешле булмаҡсы. Һәр хәлдә Асҡарҙа үткән турнирҙа Урал аръяғы командаларына төркөм уйындарына сығыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде.

Көн дауамында барған сәмле ярыштарҙа боҙ хужалары йәнә беренсе баҫҡысҡа күтәрелде. Хәҙер улар төркөм уйындарында ҡатнашыу өсөн Шишмә районына юлланды. Ул иртәгә уҙа. Бер үк ваҡытта ошондай уҡ турнир Әлшәй районы үҙәгендә лә ойошторола. Ике төркөмдә лә еңеү яулаған командалар февраль аҙағында Саҡмағошта уҙасаҡ финалда ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанда ауыл спорт уйындары сиктәрендә хоккей буйынса зона ярыштары үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет