Өфөгә Ҡытайҙан килгән туристарҙы һәм башҡа дәүләт граждандарын махсус булдырылған обсерваторҙа урынлаштырасаҡтар

Өфөгә Ҡытайҙан килгән туристарҙы һәм башҡа дәүләт граждандарын махсус булдырылған обсерваторҙа урынлаштырасаҡтар https://bash.news/news/116076_fg_ytajan_kilgn_turistary_m_basha_dlt_grazhdandaryn_maxsus_buldyrylan_observatora_urynlashtyrasatar
12 фев, 10:00

Ул һау-сәләмәт кешеләр өсөн генә тәғәйенләнә. Ниндәй ҙә булһа сиргә шик булһа, инфекция дауаханаһына оҙаталар. Обсерватор "Һаулыҡ шишмәһе" тигән профилакторийҙа булдырылған. Учреждение етәксеһе Римма Еникеева һөйләй.

Өфөгә Ҡытайҙан килгән туристарҙы һәм башҡа дәүләт граждандарын махсус булдырылған обсерваторҙа урынлаштырасаҡтар

Өфөгә Ҡытайҙан килгән туристарҙы һәм башҡа дәүләт граждандарын махсус булдырылған обсерваторҙа урынлаштырасаҡтар

Ҡытайҙан килеүселәр Өфө янындағы обсерваторҙа Төмәндәге федераль пункт тулған осраҡта ғына урынлаштырыла. Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, унда ауырыуҙарҙы алып барыу планлаштырылмай, һау-сәләмәт кешеләр генә күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Сир таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Ҡытайҙан килеүселәр өсөн 14 көнлөк карантин индерелә. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә был дәүләттән килеүселәр араһында коронавирус асыҡланмаған, киҫкен вируслы инфекция йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән.

Юлдаш
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову