Өфөләге коронавирус ауырыуы шиге аҫтына булған пациент арҡаһында 21-се дауахана бер-нисә сәғәткә ябылған

Өфөләге коронавирус ауырыуы шиге аҫтына булған пациент арҡаһында 21-се дауахана бер-нисә сәғәткә ябылған https://bash.news/news/116106_flge_koronavirus_auyryuy_shige_atyna_bulan_pacient_araynda_21se_dauaxana_bernis_stk_yabylan/?lang=bash
12 фев 2020, 13:10

Бөгөн төндә медицина учреждениеһына Ҡытайҙан ҡайтҡан ир мөрәжәғәт иткән. Хеҙмәткәрҙәр алдан өйрәнелгән тәжрибә буйынса ауырыуҙы айырым урынлаштырған, дауаханың ҡабул итеү бүлмәһе бер-нисә сәғәткә ябылған.

Өфөләге коронавирус ауырыуы шиге аҫтына булған пациент арҡаһында 21-се дауахана бер-нисә сәғәткә ябылған
Өфөләге коронавирус ауырыуы шиге аҫтына булған пациент арҡаһында 21-се дауахана бер-нисә сәғәткә ябылған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, был - медицина учреждениеһында дезинфекция үткәреү өсөн күрелгән сара. Ауырыуҙар ваҡытлыса яҡындағы дауаханаларға күсерелеп торған. Әлеге ваҡытта дауахана ишектәре пациенттар өсөн асыҡ. Коронавирусҡа шиге булған ирҙең анализдары әлеге ваҡытта лабораторияла тикшерелә. Уның һөҙөмтәләре бер-нисә тәүлек эсендә әҙер була.

Юлдаш
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет